6 июлдә Аҡбуҙат һәйкәле асыла. Сара Бөрйән районы Йылҡысыҡҡан күле янында иртәнге 11-ҙә башлана. Тамашасыларҙы халҡыбыҙҙың бай тарихына арналған матур тамаша һәм Роберт Юлдашевтың рухлы концерты көтә.
Аҡбуҙат – халҡыбыҙҙың иҫ киткес хазинаһы, эпостарҙы мәңгеләштергән тәүге монументаль-скульптура композицияһы. Әйткәндәй, ҡырғыҙ, ҡалмыҡ, тыва, яҡут туғандар үҙҙәренең боронғо милли әҫәренә күптән һәйкәл ҡуйған.