Билдәле көлкө һәм юмор оҫтаһы Гөлсөм Хәбибуллина арабыҙҙан китте. Гөлсөм Инсаф ҡыҙы Хәбибуллина 1943 йылда Ҡаҙағстанда тыуған. Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағандан һуң 2004 йылға тиклем Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй. Сатира һәм юмор өлкәһендә юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкәне өсөн Гөлсөм Хәбибуллина Башҡортостандың халыҡ һәм Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған артисы тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була.
Ижади тормошонда Гөлсөм Хәбибуллина сәхнәлә бик күп сағыу образдар тыуҙыра. Артистка туплаған тәжрибәһен йәш эстрада артистарына тапшыра.
Күренекле артист, сағыу шәхес Гөлсөм Хәбибуллина хаҡында яҡты иҫтәлек беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр.