23 май көнө филармония үҙенең тамашасыларына күңелдәрҙе елкендергес моң байрамы бүләк итмәксе. «Бәхетле 77-се билет» программаһы сираттағы 77-се ижад миҙгелен ябыуға арнала.
Бөгөнгө көндә концертҡа ҙур әҙерлек бара: яңы йырҙар, әҫәрҙәр өйрәнелә. Ә 23 май, дүшәмбе көнө, Ҙур залда билдәле сәхнә йондоҙҙары Нәзифә Ҡадирова, Вәхит Хызыров, Фәдис Ғәниев, Әлфиә Юлсурина, Айгөл Һағынбаева, Радик Вәлмөхәмәтов, Римма Амангилдина, Лилиә Биктимерова, Азамат Тимеров, Әлфиә Заһиҙуллина, Рөстәм Шаһыбалов, Марсель Ҡотоев, Екатерина Ямщикова, Фларида Иркина, Рушан Биктимеров, «Ҡарауан», «Далан», «Арғымаҡ» төркөмдәре сығыш яһаясаҡ. Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмил Ғәйзуллин етәкселегендә Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестры, Алһыу Хәсбиуллина етәкселегендәге Дәүләт академия хор капеллаһы, Олег Ҡасимов етәкселегендәге эстрада-джаз оркестрының сығыштары программаны тағы ла баҙыҡландырасаҡ. Филармония солистары һәм коллективтары башҡарыуында популяр башҡорт, рус һәм сит ил композициялары яңғыраясаҡ.
Байрам тантанаһына филармония үҙенең яҡын дуҫтарын, йыл буйы бергә булған тамашасыларын, баш ҡала ҡунаҡтарын саҡыра.
Ҡәҙерле дуҫтар, «Бәхетле 77-се билет» концертына рәхим итегеҙ!
Тамашаның режиссеры – Илшат Фәхертдинов.
Башлана: 19.00 сәғәттә.