9 майҙа "Үлемһеҙ полк" Бөтә Рәсәй гражданлыҡ һәм патриотлыҡ акцияһы үтә

9 майҙа "Үлемһеҙ полк" Бөтә Рәсәй гражданлыҡ һәм патриотлыҡ акцияһы үтә

Сараның маҡсаты – Бөйөк Ватан һуғышында ҡан ҡойған, илебеҙгә азатлыҡ яулаған хәрбиҙәрҙе, тыл ветерандарын хөрмәтләп иҫкә алыу. Биш йыл элек башланған "Үлемһеҙ полк" акцияһы Рәсәй сиктәрен үтеп, сит ил тарафтарына ла тарала.


Бөйөк Еңеүҙең 73 йыллығына арналған парадта Рәсәй патриоттары төбәк ағзалары Советтар Союзы Геройҙары маршын да ойоштороласаҡ. Улар Башҡортостандың 285 Cоветтар Союзы Геройҙары портреттарын тотоп сафта үтә. Илебеҙҙә Бөйөк Ватан һуғышы мөһөрө һуғылмаған ғаилә юҡтыр.

"Үлемһеҙ полк" акцияһы Өфөлә 5 йыл рәттән үткәрелә. Бөтә Рәсәй гражданлыҡ һәм патриотизм акцияһы - ул илебеҙгә азатлыҡ яулаған атай-олатйҙарыбыҙҙы онотмай, хөрмәтләп иҫкә алыу йолаһы.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb