Ағас – тамыры, милләт тарихы менән көслө

Ағас – тамыры, милләт тарихы менән көслө

Күптән түгел Мәләүез районының Үрге Юлдаш ауылында Сәғитовтар нәҫеленең шәжәрә байрамы булды. Мәҙәниәт йорто, ғөмүмән, ауыл урамдары гөрләп торҙо. Килгән ҡунаҡтарҙы ауыл оҫталарының ҡул эштәре, милли аш-һыу күргәҙмәһе ҡыуандырҙы. Алыҫ араларҙы яҡынайтып, оло һәм кесе Ватандың төрлө төбәгенән Сәғит Сөләймәновтың нәҫел-нәсәбе ҡайтты.
Быуындарҙы бәйләгән, ырыу тамырҙарын нығытҡан, туғандарҙы яҡынайтҡан байрам, Шәриф хәҙрәт Юлтимеров Ҡөрьән сүрәләрен уҡып, фатиха биргәс, ауыл клубының Гөлсирә Ишһарина етәкселегендәге “Хазина” фольклор ансамбле сығышы менән башланды.
Мәҙәниәт үҙәге директоры Булат Биков, юлдаштарҙы байрам менән ҡотлап, Шәжәрә һәм “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” кеүек байрамдар ырыу тамырҙары бәйләнешен нығытыуын, быуындар күсәгилешлеген һаҡлауын, йәштәрҙә һәм балаларҙа илһөйәрлек тойғоһон үҫтереүен билдәләне.
Быуындар бәйләнешен төҙөгәндә ул бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле материалдар туплаған, Сәғитовтарҙың данлыҡлы шәхестәре тураһында күп мәғлүмәт тапҡан. Үҙенең сығышында ул шулай уҡ 1941–1945 йылдарҙа Үрге Юлдаш ауылынан фронтҡа китеүселәр күп булыуын билдәләне. Улар араһында Сәғитовтарҙан егермегә яҡын кеше һуғышта ҡатнаша, шуның 7-һе яу яланында ятып ҡала. Шуларҙың береһе – Әхтәм Сәғитов. Ул 112-се башҡорт кавалерия дивизияһында хеҙмәт итә. Сталинград һуғышында хәбәрһеҙ юғала.
Был көндә шулай уҡ “Ауыл тарихы – йөҙҙәрҙә” тип аталған китаптың исем туйы ла булды. Сәғитовтар нәҫеле тураһында йыйынтыҡты төҙөүҙә Мәүсилә Сәғитова, Әмин Сәғитов, Гөлнур Мәғизова һәм Нурия Байсурина ярҙам иткән.
Шәжәрә байрамы Сәғитовтар нәҫеле өсөн генә түгел, ә тотош ауыл халҡы өсөн килер быуындарға рухи мираҫ булараҡ ҡабул ителде һәм был тойғо уларҙа тыуған еренә һөйөүен, ауылдаштарына хөрмәт хисен көсәйтер генә.

Тулыраҡ уҡырға: http://bashgazet.ru/obshestvo/27051-aas-tamyry-millt-tarihy-menn-ksl.html

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb