“Ағиҙел ҡыҙы” китабының исем туйына рәхим итегеҙ

“Ағиҙел ҡыҙы” китабының исем туйына рәхим итегеҙ

28 октябрҙә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының бәләкәй залында Рәсәй­ҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Илһөйәр Ғәзетдинованың юбилейы уңайынан “Ағиҙел ҡыҙы” китабының исем туйы ойошторола.

Ғәзетдинова Илһөйәр 1968 йылда Дүртөйлө районының Исмаил урта мәктәбен тамамлай һәм  Өфө сәнғәт училищеһының театр бүлегенә уҡырға инә. 1980 йылда  Башҡорт дәүләт университетының  башҡорт теле һәм әҙәбиәте факультетын да тамамларға тура килә актрисаға.

Ғәзетдинова Илһөйәр Ибраһим ҡыҙы 1972 йылда Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры труппаһына ҡабул ителә. Эшләгән дәүерендә тулы образдар галереяһы булдыра: «Ҡыҙ урлау» комедияһында Йәмилә, «Тиле йәшлек» спектаклендә Һандуғас, Ғәлиәбаныу, «Гармунсы дуҫ» спектаклендә Гөльямал, Ғәлимә («Ҡара йөҙҙәр» — «Черноликие»), Зөлхәбирә («Айгөл иле»), Шәфәҡ һәм Зөбәржәт («Ай тотолған төндә»).

Бик күп сағыу, күркәм образдары менән театр сәнғәте күгендә балҡыған яҡты йондоҙ ул Илсөйәр Ғәзетдинова.

Кемдәр  “Ҡара йөҙҙәр”ҙең Ғәлимәһен хәтерләй? Кемдәр уны бөгөнгө героиняны сағылдырған оҫта тип иҫәпләй, рәхим итегеҙ ижад байрамына.

 

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb