Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
“Аҡбуҙатта ҡунаҡта”
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шаршамбы, 16 ноябрь 2016
“Аҡбуҙатта ҡунаҡта”
Мәләүездәрҙең еңеүҙәр тупланмаһы тағы ла тулыланды. Көйөргәҙе районы Ермолаево ауылында “Аҡбуҙатта ҡунаҡта” балалар-үҫмерҙәр ижадының III асыҡ республика фольклор фестивале үтте.
Йәш быуында халыҡ ижадына ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү, сәләмәт тормошто пропагандалау, йәш таланттарҙы башҡорт халҡының иң яҡшы мәҙәниәт һәм сәнғәт өлгөләренә ылыҡтырыу, мәҙәни-ара бәйләнеште үҫтереү маҡсатында үткәрелгән сараны Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, үҙәктең Күмертау филиалы ике йылға бер тапҡыр ойоштора.
Өсөнсөгә генә үткәрелһә лә, “Аҡбуҙатта ҡунаҡта” республика фольклор фестивале балалар һәм үҫмерҙәр конкурстары араһында танылыу яуланы. Был хаҡта йылдан-йыл конкурсанттар һаны артыуы ла һөйләй. Быйыл унда Әбйәлил, Миәкә, Йылайыр, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Ейәнсура, Туймазы, Ишембай, Мәләүез ҡалаларынан, Күмертау, Мәләүез, Сибай, Салауат, Стәрлетамаҡ райондарынан егерменән ашыу коллектив ҡатнашты. Беҙҙең район-ҡала намыҫын “Нөгөш ынйылары” (етәксеһе Гөлсөм Хисаметдинова, ял-мәҙәни үҙәгенең Арыҫлан ауылы филиалы), “Алтынай” фольклор ансамбле (Фәриҙә Ҡобағошева, Балалар-үҫмерҙәр ижад һарайы), Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһы бейеү ансамбле (Мөнирә Әлимғужина), “Йондоҙсоҡтар” бейеү ансамбле (Алина Ғәлләмова, ҡала мәҙәниәт һарайы) яҡланы.
Конкурс программаларын Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, филология фәндәре докторы, фольклорсы Әхмәт Сөләймәнов, “Аҡ тирмә” башҡорт милли-мәҙәни үҙәге рәйесе Мәрйәм Бураҡаева, сәсәнлек сәнғәте өлкәһендә белгес Асия Ғәйнуллина кеүек башҡорт зыялылары, Республика халыҡ ижады үҙәге белгестәре баһаланы. “Аҡбуҙатта ҡунаҡта” фестивалендә шулай уҡ республикала сыҡҡан “Аҡбуҙат”, “Аманат”, “Йәншишмә” баҫмалары, “Тамыр” студияһы вәкилдәре һәр ваҡыттағыса махсус бүләктәрен әҙерләгән. Еңеүселәр һәм маҡтаулы урындар хореография, фольклор, йәш авторҙар, нәфис һүҙ һәм вокал номинацияларында билдәләнде.
Бындай конкурс-фестивалдәрҙән мәләүездәр буш ҡайтырға ғәҙәтләнмәгән. Был юлы ла лайыҡлы сығыш яһап, төрлө дәрәжәләге дипломдар менән ҡайттылар. “Алтынай” фольклор ансамбле солистары Марсель Вахитов - икенсе, Илвина Садиҡова өсөнсө урын яуланы. “Нөгөш ынйылары” фольклор коллективы “Боронғо йолаларҙы һаҡлағаны һәм тергеҙгәне өсөн” номинацияһында бүләкләнде. “Йондоҙсоҡтар” бейеү ансамбле өсөнсө урынға сыҡһа, Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһы бейеү төркөмө еңеүсе исеменә лайыҡ булды.
Лена Абдрахманова.
Сығанаҡ: Мәләүез районының “Көнгәк” район гәзите
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Батырлыҡ, матурлыҡ һәм маһирлыҡ: Өфөлә яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның 120 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Дүшәмбе, 10 март 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт дәүләт драма театры Чеховтың ижадына яңыса ҡараш ташлай
Йома, 07 март 2025
|
Тулыраҡ >
Ҡурай һағында: Өфөләге семинар ҡурайсыларҙы һәм төрлө тармаҡ вәкилдәрен берләштерҙе
Шаршамбы, 05 март 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө