Сара 25 сентябрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында ойошторола. Унда республикабыҙҙың билдәле йырсылары һәм ижади коллективтары ҡатнаша. Инеү ирекле.
Мәғлүм булыуынса, 17 августа мәшһүр йырсы, ҡурайсы, башҡорт халҡының данлыҡлы улы Абдулла Солтанов вафат булды. Сентябрҙә ул 95 йәшлек олпат юбилейын билдәләргә тейеш ине.
Халҡыбыҙ Абдулла Солтановты иҫ киткес тәрән моң эйәһе, уникаль тауышлы йырсы итеп белә. Төрлө йылдарҙа төрлө кимәлдәге мәҙәни-ижтимағи сараларҙа ҡатнашып, тамашасыларҙың, йыр-моң һөйөүселәрҙең сикһеҙ һөйөүен , ихтирамын яулаған шәхес ине ул.
Ҡаҙаныштары өсөн ул Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы кеүек юғары исемдәр менән билдәләнгән. Репертуарында 60-тан ашыу оҙон көйлө тарихи башҡорт халыҡ йыры - «Урал», «Буранбай», «Йәмәлекәй тауы», «Уйыл», «Сибай», «Ғайса ахун», «Илсе ғайса», «Бейеш», «Әрме», «Ҡаһым түрә», «Шәүрә», «Сәлимәкәй», «Томан», «Ғилмияза» һәм башҡалар бар.