Бөгөн Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры Салауат Низаметдиновтың Башҡорт халыҡ шағиры Мостай Кәримдең ошо исемдәге трагедияһы буйынса операһын тыңларға саҡыра. Тамаша режиссеры Рөстәм Ғәлиев белдереүенсә, операны тергеҙеү идеяһы осраҡлы түгел, алдағы йылда композиторҙың тыуыуына 60 йыл тула. Спектаклдә төп образдарҙы яңы солистар башҡара.