Учалы районында "Ай, Уралым, Уралым" этно-фестивале үтте. Ике көн буйына барған сара меңәрләгән кешеләрҙе берләштереп, онотолмаҫ сағыу тәьҫораттар бүләк итте. Ғәҙелша ауылы янындағы Баҡшай яланында уҡсылар мәргәнлектә көс һынашты, этнотөркөмдәр, милли кейем тегеүселәр араһында конкурстар ойошторолдо.
Ир-егеттәр иһә "Урал батыр" ярышында ҡатнашып, үҙҙәренең көсөн, таһыллығын, йыр-бейеүгә маһирлығын күрһәтте. Был конкурста Белорет районы егете Илназ Үҙәнбаевҡа етеүсе булманы. Конкурс еңеүсеһенә "Юлдаш" радиоһынан махсус бүләк - ҡурай тапшырылды. Илназ бүләкте ҡабул итеп, матур йолаға ярашлы, ҡурайҙа шунда уҡ уйнап күрһәтте. "Киләсәктә лә моңло ҡурай башҡорт батырҙарын матур эштәргә дәртләндерһен" тине ул. Этнотөркөмдәр араһында үткәрелгән "Сал Ирәмәл ауазы" тип аталған конкурста Гран-Приҙы "Алпамыша" төркөмө яуланы (етәксеһе - Айнур Әхмәҙиев).
Милли кейем тегеүсе оҫталарҙың иң-иңе тип Учалы районынан Гөлсиә Фәйзуллина танылды. Әйткәндәй, "Мәргән уҡсы" фестивалендә ҡатнашыусыларҙың бик күптәре тап ул теккән кейемдәрҙә ине. Милли кейемдәрҙәге уҡсылар ярышы байрамдың иң сағыу өлөшө булғандыр, моғайын. Быйылғы сарала ҡатнашыу өсөн йөҙгә яҡын кеше ғариза биргәйне.
Уҡсыларҙың иң йәшенә 16 ғына тулһа, иң өлкән ҡатнашыусы Зәйет Шакиров бынан бер ай элек 87 йәшен билдәләгән. Улар айырым номинацияларҙа билдәләнде. "Мәргән уҡсы" турнирында ир-егеттәр араһында Салауат Юлбирҙин (Бөрйән районы), ҡатын-ҡыҙҙар араһында Лилиә Хужахмәтова (Учалы ҡалаһы) еңеүсе тип иғлан ителде. Һыбай атышта беренселек фестиваль ҡунағы Кубан Томотаевта (Ҡырғыҙстан). "Евразия кубоғы" өсөн көрәштә беренсе урынды иһә Сынбулат Юлбирҙин алды (Бөрйән районы).
Сығанаҡ: http://yuldashfm.ru/ba/ay-uralym-uralym-eneuselre-bildle-buldy