Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» повесы буйынса Ҡаҙағстанда спектакль әҙерләнә

Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» повесы буйынса Ҡаҙағстанда спектакль әҙерләнә

Кокшетау ҡалаһында яңы өлкә йәштәр театры яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың "Ҡалдырма, әсәй!" әҫәре буйынса ҡуйылған премьера менән асыла. Ҡаҙаҡса "Асыл арман" тип аталған спектаклдең премьераһы 20 февралгә тәғәйенләнгән.

Сәхнә әҫәре Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрында Өфө драматургы Ангизә Ишбулдинаның инсценировкаһына режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев ҡуйған спектаклгә нигеҙләнә.

Мәғлүм булыуынса, Айгиз Баймөхәмәтовтың бестселлеры Башҡортостанда ғына түгел, унан ситтә лә киң танылыу яуланы, төрлә телдәргә тәржемә ителде. Китап буйынса Башҡортостанда һәм Бүрәт республикаһында спектакль ҡуйылды.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb