Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Айгиз Баймөхәмәтовтың “Әкиәтһеҙ бала-саҡ” исемле китабы донъя күрҙе!
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Дүшәмбе, 14 ноябрь 2016
Айгиз Баймөхәмәтовтың “Әкиәтһеҙ бала-саҡ” исемле китабы донъя күрҙе!
Йәш журналист, Рәсәй һәм Башҡортостан яҙыусылар союзы ағзаһы, Рәсәй һәм Башҡортостан журналистар союзы ағзаһы, Ш.Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, “Ҡалдырма, әсәй!” популяр китабы авторы Айгиз Баймөхәмәтовтың “Әкиәтһеҙ бала-саҡ” исемле яңы китабы донъя күрҙе. Китаптың тиражы 5000 экземпляр тәшкил итә.
Яңы китап -“Ҡалдырма мине, әсәй!” повесының, М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында сәхнәләштерелгән “Хыялға ҡаршы” спектакленең дауамы. Ҙур полулярлыҡ һәм билдәлелек яулап өлгөргән китап кеүек, спектакл дә публика һөйөүен тиҙ яуланы, шулай уҡ сит республика театрҙарында ла ҙур уңыш менән сәхнәләштерелә.
“Әкиәтһеҙ бала-саҡ” – яңы тетрәткес хәл-ваҡиғалар менән тулы автобиографик әҫәр. Тәүге китапҡа инеп өлгөрмәгән төрлө ваҡиғалар, геройҙарҙың артабанғы яҙмышы, тетрәткес хәл-ваҡиғалар, һыҙланыуҙар...
Әҫәрҙә балалар йорто тәрбиәләнеүсеһе Ильяс исемле етем малайҙың еңел булмаған тормошо һүрәтләнә. Урлашыу кеүек насар ғәҙәт менән дә дуҫлашырға тура килә әҫәр геройына. Уҡыусылар Ильястың ни өсөн был юлға барыуын тиҙҙән донъя күрәсәк китапты ҡулдарына алғас ҡына аңларҙар.
“Әкиәтһеҙ бала-саҡ” китабы Мәскәү ҡалаһында рус телендә лә нәшер ителәсәк.
Айгиз Баймөхәмәтов менән ағымдағы йылдың март айында интервью ойошторолғайны. “Ҡалдырма, әсәй!” повесы, “Хыялға ҡаршы” спектакле һәм “Әкиәтһеҙ бала-саҡ” әҫәрҙәре тураһында ентекле мәғлүмәт алырға теләһегеҙ, түбәндәге һылтанма буйынса үтегеҙ (
http://prpsk.ru/archives/4850
)
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Батырлыҡ, матурлыҡ һәм маһирлыҡ: Өфөлә яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның 120 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Дүшәмбе, 10 март 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт дәүләт драма театры Чеховтың ижадына яңыса ҡараш ташлай
Йома, 07 март 2025
|
Тулыраҡ >
Ҡурай һағында: Өфөләге семинар ҡурайсыларҙы һәм төрлө тармаҡ вәкилдәрен берләштерҙе
Шаршамбы, 05 март 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө