“Ҡалдырма, әсәй!” повесы М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында “Хыялға ҡаршы” спектакле исеме аҫтында сәхнәләштерелә. Ҙур полулярлыҡ һәм билдәлелек яулап өлгөргән китап кеүек, спектакл дә публика һөйөүен тиҙ яуланы, шулай уҡ сит республика театрҙарында ла ҙур уңыш менән ҡуйыла.
Екатеринбург ҡалаһында йыл һайын уҙғарылып килгән «Коляда-Plays-2017» фестивалендә М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры ла ҡатнашырға теләк белдергән. Театр актерҙары Айгиз Баймөхәмтәовтың «Хыялға ҡаршы» спектакле менән ҡатнашырға йыйына. Фестиваль Екатеринбург ҡалаһында үтә, «Щелкунчик» балет театры сәхнәһендә 26 июнь көнө Башҡорт академия драма театры артистары был әҫәрҙе тамашасы хөкүменә тәҡдим итәсәк.
Фестиваль 20 июндән алып 29-на тиклем дауам итә. «Донъяның 34 театрҙарынан 36 спектакль күрһәтеләсәк. Быйылғы фестивалдә Румыния, Сербия һәм Македониянан ижади коллективтар килеүе көтөлә», - тип белдерә фестивалдең директоры Николай Коляда.
«Коляда-Plays-2017» фестиваль программаһына М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры артистары ҡатнашлығындағы «Троя хаҡында йыр» проекты ла ҡатнаша, 27 июнь көнө «Щелкунчик» балет театры сәхнәһендә күрһәтеләсәк.