Бөгөн, 16 декабрҙә, Өфөлә Башҡортостан яҙыусылары съезы үтә. Ойошманың артабанғы етәкселеге өсөн дәғүәселәр өсәү ине: Флүр Ғәлимов, Ринат Камал һәм Айгиз Баймөхәмәтов.
Флүр Ғәлимов кандидатураһынан баш тартты һәм һөнәрҙәштәрен Айгиз Баймөхәмәтов өсөн тауыш бирергә саҡырҙы.
Иҫәп комиссияһы ағзаһын һөҙөмтәләрҙе иғлан итте, унан һуң билдәле булыуынса, яҙыусылар ойошмаһы рәйесе итеп күпселек тауыш менән киң танылыу яулаған йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов һайланды.
Айгиз Баймөхәмәтов - ХХI быуат башындағы башҡорт әҙәбиәтенең сағыу вәкиле. Уның китаптары бик күп телдәргә тәржемә ителә, әҫәрҙәре буйынса республикала һәм Рәсәй театрҙарында спектаклдәр ҡуйыла. 2015 йылда «Ҡалдырма, әсәй!» һәм «Не оставляй, мама!» китаптары өсөн (Гөлфирә Ғәскәрованың тәржемәһе) Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһына лайыҡ булды. 2020 йылдың февраленән - «Шоңҡар» республика йәштәр журналының баш мөхәррире.