«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, «Ҡалдырма, әсәй!» китабы авторы Айгиз Баймөхәмәтов яңы әҫәр яҙған. Ул «Урам балалары» тип атала һәм ҡарауһыҙ ҡалған үҫмерҙәр тормошо хаҡында бәйән итә.
Ошо арала башҡорт яҙыусыһының яңы китабы өс мең дана менән «Китап» нәшриәтендә донъя күрергә тейеш. Әҫәр рус теленә лә тәржемә ителә. Китапты һатып алырға теләп, республиканың күп кенә китапханалары ғариза биргән.
Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» автобиографик повесы — иң күп данала баҫылған заманса башҡорт китабы. Байтаҡ телдәргә тәржемәләнгән. М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында һәм Х.Намсараев исемендәге Бүрәт драма театрында ошо повесть буйынса спектаклдәр сәхнәләштерелә. 2015 йылда автор Башҡортостандың Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһына лайыҡ булды. Йәш авторҙың икенсе китабы «Әкиәтһеҙ бала саҡ» тип атала.