Айгиз Баймөхәмәтовтың «Урам балалары» исемле повесы: яманлыҡты еңер яҡшылыҡ

Айгиз Баймөхәмәтовтың «Урам балалары» исемле повесы: яманлыҡты еңер яҡшылыҡ

Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, «Ҡалдырма, әсәй», «Әкиәтһеҙ бала саҡ» китаптарының авторы, халыҡтың яратып уҡыған йәш яҙыусыларының береһе Айгиз Баймөхәмәтовтың «Урам балалары» исемле повесы – берәҙәк балаларҙың фажиғәле яҙмышын сағылдырып ҡына ҡалмай, ә 1990-сы йылдарҙа илдәге «үҙгәртеп ҡороу» осоронда килеп тыуған бик күп сәйәси проблемаларҙы ла үҙ эсенә ала.

Әҫәрҙең төп геройы Данил. Уны тап ошо замананың ауыр тоҙағына эләккән ҡорбан тип әйтергә мөмкин булыр ине. Ирекһеҙҙән үҙ өйөнән сығып китергә мәжбүр була ул. Изге, яҡты, матур хыялдар менән йәшәгән үҫмерҙең тормошо атаһы үлгәс, эскелек һаҙлығына батҡан әсәһенең кешелекһеҙлеге, боҙоҡлоғо арҡаһында ҡапыл икенсе боролош ала. Өйҙәге ҡатмарлы йәшәү шарттарына түҙә алмай сығып киткән Данилдың бәләкәй йөрәгендә шул саҡта ла әсәһенә ҡарата һөйөүе һүрелмәй, уның төҙәлеренә, аяҡҡа баҫырына ышана ул. Әсәһенең өйҙө һатып китеүен ишетһә лә, ул быға ышанмай. «Ошо мәлдә әсәһен ныҡ йәлләп ҡуйҙы малай. Тоҙаҡҡа эләккән ҡуян һымаҡ тойҙо ул иң яҡын кешеһен. «Юҡ, әсәйем һатмаған! Алданған!»тип үҙ алдына тылҡыны». Ни тиклем генә үҙәгенә үтерлек ауыр мәлдәрҙе кисерһә лә, Данилды ниндәйҙер бер өмөт йәшәтә. Шул өмөт уны алдында торған кәртәләрҙе емереп сығырға ярҙам итә. Әҫәрҙең бөтә уңышы ла тап шунда – яҡты хыял, изге өмөт ҡасан да булһа яуызлыҡты, насарлыҡты еңергә һәм өҫкә ҡалҡып сығырға тейеш.
Данилдың атаһы иҫән саҡта әсәһе хәмер ҡоло булмаған, улар был ерҙәге иң бәхетле һәм татыу ғаиләләрҙең береһе булып йәшәй.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәмғиәткә килеп ингән был «ҡара йылан» арҡаһында күпме бала ата – әсә наҙынан мәхрүм ҡала, бәхетле бала – сағын юғалта. Повестағы Орех, Цыган кеүек егет ҡорона инеп барған үҫмерҙәр тап шундайҙар. Улар балалыҡтан да сығып бөтмәй, яҡты донъя менән хушлаша.

Повесть авторы Айгиз Баймөхәмәтов әҫәрҙең аҙағынаса изгелектең, яҡшылыҡтың һәр ваҡыт яманлыҡты еңеренә ышана. Шуға күрә лә әҫәрҙең аҙағында ул геройын бәхетле итә, күңеленә ҡанат өҫтәй, яҡты киләсәген күҙаллай.

Яңы йыйынтыҡта авторҙың «Таҫма», «Урын» исемле хикәйәләре лә урын алған, уларҙа ла көнүҙәк әхлаҡи мәсьәләләр күтәрелә, уҡыусыларҙы тәрән төпкөл уйҙарға һала. Китапты Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең фирма магазинынан һатып алырға була.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb