Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» повесы ҡырғыҙ телендә «Таштабачы, апаке!» исеме аҫтында донъя күрҙе

Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» повесы ҡырғыҙ телендә «Таштабачы, апаке!» исеме аҫтында донъя күрҙе

Билдәле яҙыусы  Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» повесы Ҡырғыҙстанда ҡаҙаҡсанан Жолдубек Ҡасҡынбаев тәржемәһендә ҡырғыҙ телендә «Таштабачы, апаке!» исеме аҫтында донъя күрҙе. Баҫманың тиражы — 2000 дана. Шулай уҡ Бишкәктә был китап Гөлфирә Ғәскәрова тәржемәһендә рус телендә нәшер ителде.

Башҡорт яҙыусыһының китаптары Ҡаҙағстандың һәм Ҡырғыҙстандың китап магазиндарына һатыуға сыҡты ла инде. Майҙа ошо республикаларҙа Айгиз Баймөхәмәтов менән осрашыуҙар ҡаралған.

 Йәш журналист, Рәсәй һәм Башҡортостан яҙыусылар союзы ағзаһы, Рәсәй һәм Башҡортостан журналистар союзы ағзаһы, Ш.Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Айгиз Баймөхәмәтовтың “Ҡалдырма, әсәй!” популяр китабы  рус, сыуаш, татар, ҡаҙаҡ, әзербайжан телдәренә тәржемә ителде.

“Ҡалдырма, әсәй!” повесы  М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында “Хыялға ҡаршы” спектакле исеме аҫтында сәхнәләштерелде. Ҙур полулярлыҡ һәм билдәлелек яулап өлгөргән китап кеүек, спектакль дә публика һөйөүен тиҙ яуланы, шулай уҡ сит республика театрҙарында ла  ҙур уңыш менән ҡуйыла.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb