Билдәле яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» повесы «Ulduz» журналында әзербайжан телендә баҫылған.
Йәш журналист, Рәсәй һәм Башҡортостан яҙыусылар союзы ағзаһы, Рәсәй һәм Башҡортостан журналистар союзы ағзаһы, Ш.Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Айгиз Баймөхәмәтовтың “Ҡалдырма, әсәй!” популяр китабы рус, сыуаш, татар, ҡаҙаҡ, әзербайжан телдәренә тәржемә ителгән.
“Ҡалдырма, әсәй!” повесы М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында “Хыялға ҡаршы” спектакле исеме аҫтында сәхнәләштерелә. Ҙур полулярлыҡ һәм билдәлелек яулап өлгөргән китап кеүек, спектакл дә публика һөйөүен тиҙ яуланы, шулай уҡ сит республика театрҙарында ла ҙур уңыш менән ҡуйыла.
Гүзәл Багаева