Айгиз Баймөхәмәтовтың «Әкиәтһеҙ бала саҡ» повесы рус телендә донъя күрҙе

Айгиз Баймөхәмәтовтың «Әкиәтһеҙ бала саҡ» повесы рус телендә донъя күрҙе

Инеш» нәшриәтендә йәш журналист, Рәсәй һәм Башҡортостан яҙыусылар союзы ағзаһы, Рәсәй һәм Башҡортостан журналистар союзы ағзаһы, Ш.Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Айгиз Баймөхәмәтовтың  «Әкиәтһеҙ бала саҡ» тигән китабы донъя күрҙе. Әҫәрҙе рус теленә тәржемә итеүсе -Айгөл Ғәйнуллина. Китап ике мең дана тираж менән нәшер ителгән.

 «Әкиәтһеҙ бала саҡ» -“Ҡалдырма мине, әсәй!” повесының, М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында сәхнәләштерелгән “Хыялға ҡаршы” спектакленең дауамы. Ҙур полулярлыҡ һәм билдәлелек яулап өлгөргән китап кеүек, спектакл дә публика һөйөүен тиҙ яуланы, шулай уҡ сит республика театрҙарында ла ҙур уңыш менән сәхнәләштерелә.
“Әкиәтһеҙ бала-саҡ” – яңы тетрәткес хәл-ваҡиғалар менән тулы автобиографик әҫәр. Тәүге китапҡа инеп өлгөрмәгән төрлө ваҡиғалар, геройҙарҙың артабанғы яҙмышы, тетрәткес хәл-ваҡиғалар, һыҙланыуҙар... Әҫәрҙә балалар йорто тәрбиәләнеүсеһе Ильяс исемле етем малайҙың еңел булмаған тормошо һүрәтләнә. Урлашыу кеүек насар ғәҙәт менән дә дуҫлашырға тура килә әҫәр геройына. Уҡыусылар Ильястың ни өсөн был юлға барыуын тиҙҙән донъя күрәсәк китапты ҡулдарына алғас ҡына аңларҙар.

 Китапта Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбайҙың, Татарстандың халыҡ шағиры Роберт Миңнуллиндың, Сыуашстандыңхалыҡ шағиры Юрий Семендерҙың рецензиялары баҫылған.

 «Талантлы башҡорт прозаигы Айгиз Баймөхәмәтов үҙе һәм замандаштары хаҡында иҫ киткес шәп повесть яҙған! Был матур һәм ҡыйыу башланғыс! Киләсәге өмөтлө! Айгиз «Ҡалдырма, әсәй!» тип аталған тәүге китабынан уҡ уҡыусыларҙың һөйөүен яуланы, йәмғиәттең иғтибарын йәлеп итте, был иһә һирәк осраған ижади бәхет. Бындай уңышҡа һаҡсыл ҡарарға, ошо танылыуҙы ҡәҙерләргә кәрәк. Киләсәктә Айгиз төрлө яҙмышлы кешеләр тураһында яңы яҡшы әҫәрҙәр ижад итер тигән ышаныс күңелемде йылыта», — тигән һүҙҙәр яҙған Татарстандың халыҡ шағиры Роберт Миңнуллин.

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb