Алма-Атаның “Кокжиек” нәшриәтендә сыҡҡан китап “Тастамашы, ана!” тип атала. Тиражы - 3 мең экземпляр. Йәш башҡорт яҙыусыһының ҙур билдәлелек яулаған әҫәрен йәш ҡаҙаҡ әҙибе Саят Ҡамшыгер тәржемәләгән. Айгиз Баймөхәмәтовтың балалар йортондағы етемдәр тураһында “Ҡадырма, әсәй!” повесы хәҙерге башҡорт әҙәбиәтендә иң ҙур тиражлыһы иҫәпләнә, уны күп телдәргә тәржемә иттеләр.
Күптән түгел шулай уҡ Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» повесы «Ulduz» журналында әзербайжан телендә баҫылды.
“Ҡалдырма, әсәй!” повесы М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында “Хыялға ҡаршы” спектакле исеме аҫтында сәхнәләштерелде. Ҙур полулярлыҡ һәм билдәлелек яулап өлгөргән китап кеүек, спектакль дә публика һөйөүен тиҙ яуланы, шулай уҡ сит республика театрҙарында ла ҙур уңыш менән ҡуйыла.