Айгөл Әхмәтшина – Лондонда Королева опера театры программаһы ҡатнашыусыһы

Айгөл Әхмәтшина – Лондонда Королева опера театры программаһы ҡатнашыусыһы

Башҡортостандан опера йырсыһы Айгөл Әхмәтшина Лондонда Ковент-Гарден йәштәр программаһы ҡатнашыусыһы булып китте. Ул колоратура меццо-сопрано тауышы менән ҡаты һайлау үтеп донъяның иң данлыҡлы театрҙарының береһендә – Король опера һәм балет театрында ике йыл стажировка үтеү мөмкинселегенә эйә булды.

20 йәшлек Айгөл Әхмәтшина – был программала Башҡортостандан тәүге йырсы, ул тиклем йәш булыуына ҡарамаҫтан ҡағиҙәләрҙән тайпылып алынған беренсе ҡатнашыусы ла. Ғәҙәттә программа ҡатнашыусылары 25 йәштән өлкәнерәк.

Конкурста 61 илдән 365-тән ашыу йәш артист һынау үтә, улар араһынан биш йырсыны, шул иҫәптән яҡташыбыҙҙы ла, һайлап алалар. Тыңлауҙар 2016 йылдың авгусында уҙа, һөҙөмтәләре буйынса 67 иң яҡшы опера башҡарыусыһы һайлана. Конкурстың өс этабынан һуң 12 дәғүәсенән торған шорт-лист төҙөлә. Ун ике йырсы ҡатнашҡан һуңғы этап Ковент-Гардендың төп сәхнәһендә уҙа, жюри составына театрҙың бөтә музыка етәкселәре инә.

Ковент-Гарденда ике йыллыҡ стажировка – йәш артистар өсөн иҫ киткес башланғыс. Уларҙы актерлыҡ оҫталығына, сәхнә хәрәкәтенә, вокалға һәм башҡа опера фәндәренә өйрәтәләр. Шулай уҡ йәш артистар театр спектаклдәрендә сығыш яһай. Ғәҙәти стажерлыҡ программаларынан айырмалы рәүештә, йәштәр программаһы ҡатнашыусылары театр менән килешеү төҙөп ике йыл дауамында эш хаҡы ала.

«Мин Миәкә районының Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында тыуҙым, бала саҡтан алып йырлайым. Конкурстарҙың береһендә ҡатнашҡандан һуң Өфө сәнғәт институты профессоры Миләүшә Ғәли ҡыҙы Мортазина уҡыуымды Өфө сәнғәт училищеһында дауам итергә кәңәш бирә. Унда мин Нәйлә Ғабдулхай ҡыҙы Йосоповала шөғөлләндем», — тип һөйләне «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына Айгөл Әхмәтшина. — Ковент-Гарден программаһында рәсәйҙәр бик аҙ, Башҡортостанды һәм Өфөнә унда белмәйҙәр тиерлек. Әммә мин Рудольф Нуриев һәм Илдар Абдразаҡов тураһында һөйләһәм, бөтәһе лә Өфөнөң ниндәй ҡала булыуын иҫенә төшөрә».

Айгөл Әхмәтшина ике йыл элек Өфө сәнғәт училищеһын ҡыҙыл дипломға тамамлай. Бер нисә республика һәм халыҡ-ара конкурс лауреаты, шул иҫәптән, Өфөлә яңыраҡ уҙған, Ф. Шаляпин исемендәге «Ышаныс» беренсе Халыҡ-ара һәм Мәскәүҙә «New Opera World» конкурстарында тамашасы һөйөүе номинациялары еңеүсеһе.

Король опера һәм балет театрында Айгөл Әхмәтшина 2017 йылдың авгусынан алып эшләй башлаясаҡ.

Сығанаҡ: http://www.bashinform.ru/bash/942659/#ixzz4VWteqHf3

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb