Айнур Асҡаровтың яңы фильмы «Йәшәрбеҙ» кинофестивалендә өс приз алды

Айнур Асҡаровтың яңы фильмы «Йәшәрбеҙ» кинофестивалендә өс приз алды

Башҡорт кинорежиссёры Айнур Асҡаровтың «Өс таған» фильмы Мәскәүҙә үткән «Йәшәрбеҙ» кинофестивалендә бер юлы өс призға лайыҡ булды. «Тулы метражлы уйын киноһы» номинацияһында - икенсе урын, «Иң яҡшы актёр ансамбле» өсөн диплом һәм Мәскәү ҡала думаһынан бүләк.

«Йәшәрбеҙ» кинофестивале – Рәсәйҙең төп киносмотрҙарының береһе. Кинофестиваль барышында иң яҡшы төрлө жанрлы эштәр күрһәтелә. Программаға 31 фильм инде, уларҙың 11-е өсөн был премьера булды.

Фильмды Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Мәҙәниәт министрлығы, Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы булышлығында «Асҡарфильм» студияһы төшөрҙө. Икенсе режиссер — Руслан Юлтаев, ҡуйыусы рәссам — Айгөл Байрамғолова, ҡуйыусы оператор— Вячеслав Ложковой, композитор — Камил Абдуллин, костюмдар буйынса рәссам — Әлиә Хансен, реквизит буйынса рәссам — Анастасия Андреева.

Мостай Кәримдең билдәле повесы буйынса төшөрөлгән фильм Рәсәйҙә прокатҡа сығырға әҙерләнә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb