Үҙенең 55 йәше алдынан Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимов Өфөнөң «Торатау» конгресс-холы» сәхнәһендә сығыш яһаны. Йырсы тамашасыларҙы яңы программа менән таныштырҙы, унда артист башҡарыуында иң яҡшы һәм яратҡан композициялар, шулай уҡ сағыу дуэттар һәм йыр премьералары инде.
23 февралдә Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған байрам концертында Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимов Салауат Юлаев орденына лайыҡ булды. Республиканың юғары наградаһын уға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы. 23 февралдә популяр башҡарыусы үҙенең 55 йәшлек юбилейын билдәләне һәм ул сәнғәттә күп йыллыҡ уңышлы эшмәкәрлеге һәм Башҡортостандың милли мәҙәниәте үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде.
- Тыуған көнөмдә һәм Ватанды һаҡлаусылар көнөндә Радий Фәрит улы ҡулынан бындай юғары награданы алыу минең өсөн оло хөрмәт. Кисә тамашасыларым өсөн ҙур юбилей концерты күрһәттем, республика Башлығынан сәләмләү хатын алыу айырыуса ҡыуаныслы булды. Унда тыуған Башҡортостандың ысын патриоты булыуым хаҡында һүҙҙәр бигерәк тә иҫемдә ҡалды. Был һүҙҙәр ҡиммәтле, мин республикамды яратам һәм илебеҙҙең теләһә ҡайһы төбәгендә уның тураһында ихлас һүҙҙәр генә әйтәм. Ижадыма ошондай баһа биргәнегеҙ өсөн рәхмәт, артабан да мөмкин булғанса һеҙҙе йырҙарым менән ҡыуандырырмын. Рәсәйгә һәм тыуған Башҡортостаныма хеҙмәт итәм, - тине Айҙар Ғәлимов наградлауҙан һуң.