«Мостай Кәримдең әйткәне булыр: «Яҡшы аттар менән затлы ҡатындарҙың бер рухтан яралыуы тураһында мин ғүмер буйы тылҡыным. Шундай ҡатындар килә был донъяға, уларҙың яралыуында, бар булыуында илаһи көстөң, илаһи уттың ҡатнашы үҙгә бәрелеп тора. Улар иң бейектә саҡта ла ерҙән айырылмай, юғалтыуҙар кисергәндә, юғалып ҡалмай, сибәрлектәренә ҡағылырға ҡартлыҡ үҙе тартына».
Актриса Илсөйәр Ғәзетдинованың илаһи тәбиғәтенә һоҡланыуҙан, береһенән-береһе зауыҡлы ролдәренә, береһе икенсеһенә оҡшамаған героиняларына ихлас тамаша ҡылыуҙан тыуманымы икән шағирҙың был мөҡәддәс һүҙҙәре, тип уйлап ҡуяһың», - тип яҙа Олег Ханов «Ағиҙел ҡыҙы» китабының баш һүҙендә.
27 октябрь көнө Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының Бәләкәй сәхнәһендә Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡортостан һәм Татарстан республикаларының халыҡ артисткаһы Илсөйәр Ғәзетдинова «Ағиҙел ҡыҙы» китап-альбомының исем туйын үткәрә. Кисәне Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Сара Буранбаева алып бара.
Мәғлүмәт өсөн: Ғәзетдинова Илһөйәр 1968 йылда Дүртөйлө районының Исмаил урта мәктәбен тамамлай һәм Өфө сәнғәт училищеһының театр бүлегенә уҡырға инә. 1980 йылда Башҡорт дәүләт университетының башҡорт теле һәм әҙәбиәте факультетын да тамамларға тура килә актрисаға.
Ғәзетдинова Илһөйәр Ибраһим ҡыҙы 1972 йылда Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры труппаһына ҡабул ителә. Эшләгән дәүерендә тулы образдар галереяһы булдыра: Мостай Кәримдең «Ҡыҙ урлау» комедияһында Йәмилә,И. Абдуллиндың «Тиле йәшлек» спектаклендә Һандуғас, М. Фәйзи мелодрамаһында Ғәлиәбаныу, Н. Нәжмиҙең «Гармунсы дуҫ» спектаклендә Гөльямал, Ғәлимә («Ҡара йөҙҙәр» — «Черноликие», Ғ.Әмири һәм В. Г. Ғәлимов, М.Ғафури повесы буйынса), Зөлхәбирә («Айгөл иле»),Мостай Кәрим Шәфәҡ һәм Зөбәржәт («Ай тотолған төндә») һ.б.
Бик күп сағыу, күркәм образдары менән театр сәнғәте күгендә балҡыған яҡты йондоҙ ул Илсөйәр Ғәзетдинова.