Күптән түгел Льюис Кэрроллдың «Алиса в стране чудес» тигән китабы башҡорт телендә донъя күрҙе. Билдәле башҡорт яҙыусыһы Гүзәл Ситдиҡова «Әлисәнең Сәйерстандағы мажаралары» исеме аҫтында тәржемә иткән.
Китаптың рәссамы Джон Тенниел Американың Керролл Йәмғиәте менән берлектә бойомға ашырылған ҙур нәшриәт проектының бер өлөшө булып тора. Уны Ирландияла «Evertype» нәшриәте донъя халыҡтары телдәрендә баҫтырып сығарған.
Льюис Кэрролл—атаҡлы инглиз яҙыусыһы һәм Оксфорд университеты Крайст Чёрч колледжының математика уҡытыусыһы Чарлз Латвидж Додсондың (1832–1898) псевдонимы. Ул колледж ректоры Генри Лидделл ғаиләһенең яҡын дуҫы, үҫмер Элис (1852 йылғы) менән уның Лорина һәм Эдит тигән апаларына әкиәттәр һөйләй торған булған. Бер мәл—1862 йылдың 4 июлендә—Кэрролл, уның дуҫы, рухани Робинсон Дакуорт һәм өс ҡыҙ бала кәмәлә йөрөргә сығып китәләр ҙә яр буйында табын ҡороп ултыралар. Шул сәфәр ваҡытында Кэрролл Әлисә исемле ҡыҙыҡайҙың йорт ҡуяны өңөнә осоп төшөүе һәм уның шундағы сәйер илдә шаҡ ҡатырғыс мажараларға тарыуы тарихын һөйләй ҙә инде. 1865 йылда китап, “Alice’s Adventures in Wonderland”, баҫылып сыға.
«Алиса» тураһындағы әкиәт 174 телгә тәржемә ителгән. «Әлисәнең Сәйерстандағы мажаралары» исемле китап менән Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала танышырға мөмкин. Шулай уҡ интернет-магазиндар аша яҙҙыртып алырға була.
Башҡорт телендәге тәржемә Британия китапханаһы каталогына индерелгән.