Алмас Әмиров менән ижади осрашыу үтте

Алмас Әмиров менән ижади осрашыу үтте

Күптән түгел, М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында  "Театр+" проекты сиктәрендә Башҡортостандың халыҡ артисы,  Ш.Бабич ис. дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Алмас Әмиров менән ижади осрашыу үтте.

Осрашыу мәлендә Алмас Хәдис улы киләһе премьераға әҙерлек тураһында һөйләне. "Зәңгәр томандар артында..." лирик комедияһының режиссеры - Алмас Әмиров үҙе, ә  авторы - инде беҙгә таныш йәш драматург Ангиза Ишбулдина. "Зәңгәр томандар артында..." спектакленең премьераһы 18 мартҡа билдәләнгән.

Алмас Әмиров- 1991 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай, шул уҡ йылды Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры труппаһына ҡабул ителә.

"Заман драматургияһы һәм режиссураһы»  III Республика семинар – лабораторияһында  ҡатнашыусы  (13-16.04. 2016 й.,  «Троя хаҡында йыр. Ошонда һәм хәҙер »  - Гомерҙың «Илиада» һы  мотивтары буйынса спектакль,  реж.  И. Саҡаев)

Сәхнәлә актерҙың уйнаған ролдәре бихисап:
«МАҠТЫМҺЫЛЫУ, ӘБЛӘЙ ҺӘМ ҠАРА ЮРҒА»ла- Мәсем – хан, «НӘРКӘС» тә Ҡотош,  «ӘЛИФБАНАН БЕР СЕБЕШ» тә Мәүлит, «АЙ ТОТОЛҒАН ТӨНДӘ» Дәрүиш,  «ӘХМӘТЗӘКИ ВӘЛИДИ ТУҒАН»  да Исмет Инёню , «МУЛЛА» ла Вәлиәхмәт, «КӘКҮК ОЯҺЫ» да Хардинг ,  «ШӘҮРӘКӘЙ» ҙә Сабира, «ҠОҘАСА» ла Яппар , «ЭДИП БАТША» ла Креонт, «ЯҢҒЫҘҘАР ТАШЫ» нда  Шәйхеләхиәр, «ӘБЕЙҮШКӘ@ЭТ ТУЩКА.RU» Әхмәҙей, «ҠАҺЫМ ТҮРӘ»лә  Ҡолтүбә һ.б.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb