Башинформ» мәғлүмәт агентлығы http://www.bashinform.ru/bash/1018223 хәбәр итеүенсә, 1 июлдә, Алтай Республикаһының Барнаул ҡалаһында башҡорт-татарҙарҙың Һабантуй байрамы уҙҙы. Унда тәүге тапҡыр Башҡортостан делегацияһы – башҡорттар ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, республика Журналистар союзы рәйесе, «Йәшлек» гәзитенең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков һәм Башҡорт филармонияһы солисы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сәйҙә Ильясова ҡатнашты.
«Сараны асыу тантанаһында Артур Дәүләтбәков башҡорт телендә республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың сәләмләүен уҡып ишеттерҙе һәм байрамды ойоштороусыларға башҡорт балын бүләк итте.
Иң яратҡан һәм көтөп алған байрамдарҙың береһенә – һабантуйға төрлө милләт вәкилдәре – башҡорттар, татарҙар, ҡаҙаҡтар, ҡырғыҙҙар йыйылды. Һабантуй аҡланында милли спорт ярыштары һәм уйындар – тоҡ кейеп йүгереү, бүрәнәлә тоҡ менән һуғышыу, көршәк ватыу уҙҙы, концерт майҙансығы эшләне.
«Башҡорт үҙәгенең мәғлүмәттәре буйынса, Барнаулда 73 башҡорт йәшәй. Һабантуйҙа ҡатнашыусылар араһында – ҡурайсы Жәүҙәт Килдейәров. Алтайҙа 30 йыл самаһы йәшәүсе Балаҡатай районының Ураҡ ауылынан Фәнил Хәйретдинов исемле башҡорт егете флагман булды», — тип билдәләне Артур Дәүләтбәков.