Алты йыл эсендә Башҡортостанда утыҙға яҡын мәҙәни-ял итеү үҙәге төҙөлә

Алты йыл эсендә Башҡортостанда утыҙға яҡын мәҙәни-ял итеү үҙәге төҙөлә

Башҡортостанда "Мәҙәниәт" милли проекты буйынса, 287 миллион һум бүленә. Быйыл Ҡыйғы районы Түбәнге Ҡыйғы ауылында һәм Салауат районы Мөрсәлим ауылында яңы мәҙәниәт усаҡтары төҙөлә. Был турала Мәҙәниәт министры Әминә Шафикова белдерҙе. Төҙөлөш "Мәҙәниәт" милли проекты буйынса алып барыла.

2020-2022 йылдарҙа ауыл китапханалары ремонтлана, шулай уҡ төпкөл ауылдар өсөн автоклубтар һатып алына. Бынан тыш, сәнғәт мәктәптәре һәм колледждар өсөн музыка ҡоралдары, йыһаздар һәм кәрәкле ҡоролмалар ҡайтарыла.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb