Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
“Алтын ҡомартҡы” – Билалда
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шишәмбе, 15 ноябрь 2016
“Алтын ҡомартҡы” – Билалда
Баймаҡ районының Билал мәҙәниәт йортонда район буйынса старт алған “Алтын ҡомартҡы” байрамын ауыл китапханасыһы Райхана Булатова шундай һүҙҙәр менән асып ебәрҙе. Һәм ул үҙҙәренең ерлегендә тыуып үҫкән, хазинаға тиң тип тапҡан шәхесте сәхнәгә саҡырып сығарҙы. Кем ул? Тыпырҙата баҫып, һәлмәк кенә аҙымдар менән “Заһиҙә”не бейергә төшөп киткән Дилара Әхмәтованы халыҡ ҙур алҡыштар менән ҡаршы алды.
“Дилара Сәлимйән ҡыҙы Әхмәтова – юғары категориялы педагог, балаларҙа сәнғәткә һөйөү уятыусы, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе һаҡлаусы хазина”, – тине уның хаҡында байрамды алып барыусы Райхана Эдуард ҡыҙы. “Йәйғор” бейеү ансамбле етәксеһе Дилара Сәлимйән ҡыҙы үҙе лә район, республика конкурстарында ҙур теләк менән ҡатнаша. 1996 йылда Мәскәү ҡалаһында Кремль һарайында ҡаланың 850 йыллығына арналған ҙур байрам концертында, 1997 йылда Бельгияла үткән “Берҙәмлек” фестивалендә сығыш яһай. Дилара Әхмәтова – Таһир ауылы ҡыҙы. Уның атаһы ла сәнғәткә ғашиҡ кеше. Оҫта ҡурайсы булараҡ танылыу яулаған. Ғата Сөләймәнов етәкселегендәге 50 ҡурайсы Башҡорт АССР-ның мәҙәниәт көндәрендә Мәскәү, Ленинград, Кронштанд сәхнәләрендә сығыш яһай, улар араһында Сәлимйән ағай ҙа була. Дилараның әсәһе Мәликә Биктимерова оҫта ҡуллы ағинәй. Сараға үҙе һуҡҡан балаҫтарҙан, бәйләгән һәм сиккән әйберҙәрҙән бай күргәҙмә әҙерләгән ине. Дилара Әхмәтова Сибай педагогия училищеһында уҡыған саҡта ла бейеүҙән айырылмай. Баймаҡтың “Ирәндек” бейеү ансамблендә лә бейей. Бөгөн “Йәйғор” ансамбленең репертуары бай. Уларҙың сығыштарын һәр ҡайҙа ла көтөп алалар. Уңыштары хаҡында ауылдаштары ла ҡыуанып һөйләне. Мәғариф ветерандары Фирҙәүес Ҡаһарманова менән Илдүсә Әминева Дилара Сәлимйән ҡыҙын һәм уның тәрбиәләнеүселәрен ысын мәғәнәһендә алтын ҡомартҡы, хазинабыҙ, тип билдәләне. 2002 йылда ансамбль "Өлгөлө бейеү коллективы" исемен ала. Төрлө йылдарҙа, төрлө конкурстарҙа ҡатнашып призлы урындарға лайыҡ булалар. Йәш бейеүселәр ауылдың мәҙәни тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Район, республика кимәлендәге сараларҙа сығыш яһайҙар, уңыштары менән ауылдаштарын һөйөндөрәләр.
Дилара һәм Марат Әхмәтовтарҙың ғаиләһендә өс бала тәрбиәләнә. Улдары Айнур 2014 йылда Күгәрсен районында үткән «Байыҡ» балалар бейеү конкурсында «Генерал Игзаков» бейеүен башҡарып, 2-се урын, Өфөлә уҙған «Илһам» Халыҡ-ара конкурс-фестивалендә лә 2-се урын ала. Ете йәшлек малай бейеп китһә, етмеш йәшлек ҡартҡа ҡыуаныс, тигәндәй, Айнур был бейеүен тағы ла бер тапҡыр башҡарып, бөтәһен дә һөйөндөрҙө. Сара барышында ансамбль шулай уҡ “Сонайым”, “Ҡалаҡтар”, “Байрам” бейеүҙәре менән сығыш яһаны.
Байрамда Башҡортостан телевидениеһының ҙур популярлыҡ яулаған “Хазина” ижади берекмәһенең етәксеһе Юлай Ишбулды улы Ғәйнетдиновтың тормошона һәм ижадына байҡау яһалды, халыҡ таланттары тураһында төшөргән видеояҙмаһы ла күрһәтелде.
Хазинаға тиң ауылдаштарының эшен күреп, уны тейешле кимәлдә баһаларға өлгәшкән Райхана Булатова был сараны уҙғарыуға ҙур көс һалған. “Алтын ҡомартҡы” фестивале ҡуйған маҡсаттар тормошҡа ашты. Көндөң һыуыҡ тороуы ла, әсе еле лә кәйефтәрҙе боҙа алманы. Сарала ҡатнашҡан һәр кем байрамдан рухи байлыҡ, күңел күтәренкелеге, дәрт-дарман алды. Халыҡ балаларҙа сәнғәткә һөйөү уятҡан һәм уларҙы бейек үрҙәргә әйҙәй алған Дилара Сәлимйән ҡыҙы Әхмәтоваға һәм береһенән-береһе матур саралар ойоштороп, рухи байлыҡ өләшкән Райхана Эдуард ҡыҙы Булатоваға рәхмәт әйтеп таралышты.
“Алтын ҡомартҡы” фестивале дауам итә. Эстафетаны өмөтбайҙар ҡабул итеп алды.
Лилиә Такаева.
Сығанаҡ: “Һаҡмар” гәзите
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Благотворительный фонд «Мирас» подвел творческие итоги 2016 года
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
Яңылыҡтар
Өфө Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара фестивалгә әҙерләнә
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә - «Ай тотолған төндә» операһы
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мәскәүҙә сығыш яһай
Шишәмбе, 06 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө