Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хәбәр итеүенсә, Алтын битлек» һәм «Онегин» премияһы эйәләре Алексей Татаринцев менән Диләрә Иҙрисова Мәскәү консерваторияһының ҙур залында сығыш яһаны.
Концерттың тәүге бүлегендә йәш пианист Михаил Антоненко Евгений Светланов исемендәге Рәсәй дәүләт оркестры коллективы менән дирижер һәм солист амплуаһында сыҡты. Музыканттар башҡарыуында Бетховендың тәүге фортепиано концерты яңғыраны.
Икенсе бүлектә ижади коллективҡа тенор Алексей Татаринцев менән сопрано тауышлы Диләрә Иҙрисова ҡушылды. Улар билдәле, әммә һирәк башҡарылған Моцарт, Мейербер арияларын тәҡдим итте. Башҡорт ҡыҙының Мәскәүҙең ҙур сәхнәһен яулауы беренсегә түгел. Әммә был юлы Диләрә Иҙрисоваға тағы ла яуаплыраҡ роль, ул - прима сифатында сыҡты. Халыҡ-ара конкурстар лауреаты, сит ил сәхнәләрен яулаусы йырсыны Мәскәүҙең ҙур залы тамашасылары ла ҡайнар алҡыштарға күмде. Михаил Антоненко Диләрә Иҙрисованың тауышын скрипка моңона тиңләй. Яҡташтары, иң мөһиме йырсының әсәһе ҡыҙының легендар сәхнәләге уңышына һөйөндө.