Мәскәүҙә “Алтын битлек” премияһы лауреаттары билдәле булды. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының “Ҡара йөҙҙәр” спектакле иң матур костюмдар номинацияһында еңеү яуланы. Премия театрҙың баш рәссамы Альберт Нестеровҡа тапшырылды. Ул “Иң яҡшы кейем рәссамы” номинацияһында бүләкләнде. “Ҡара йөҙҙәр” спектакле биш номинацияла күрһәтелде. “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле”нә Гөлнара Ҡаҙаҡбаева, “Иң яҡшы режиссер эше”ндә Айрат Абушахманов, “Иң яҡшы рәссам” һәм “Иң яҡшы кейем рәссамы” исеменә Альберт Нестеров дәғүә итте, ә “Ҡара йөҙҙәр” “Кесе формала иң яҡшы спектакль” номинацияһына сығарылды. Быйыл “Алтын битлек” премияһына 72 спекталь, 200-ләп режиссер, актер һәм рәссам дәғүә итте.