Быйыл алтынсы тапҡыр уҙғарылған бәйгелә меңгә яҡын ҡыҙ һәм малай ҡатнашырға теләк белдергән. Конкурс өс көн дауам итте. Конкурсанттар бейеү һәм башҡарыу оҫталығында көс һынашты. Балаларҙың сәхнә оҫталығын Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың билдәле сәнғәт әһелдәре баһаланы. Фестиваль сиктәрендә кейеҙ баҫыу, ҡағыҙҙа гравюра төшөрөү һәм башҡа халыҡ кәсептәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо.
Татьяна Лихачева, конкурс-фестивалде ойоштороусы: «Беҙҙең ҡалала «Алтын сапсан» конкурсы ойошторолоуына бик шатбыҙ. Йыл һайын бында ҡатнашырға теләүселәр арта. Был фестиваль республикала ғына түгел, күрше төбәктәрҙә лә киң танылған. Быйыл конкурстан бөтә ҡалаға онлайн-трансляция ойошторолдо».