«Алтын-ҡурай» Халыҡ-ара журналистар конкурсы Республиканың 100 йыллығына һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналып уҙғарыла.
Сараны ойоштороусылар: «Уфимские ведомости» гәзите, «Өфө» журналы һәм Мостай Кәрим исемендәге фонд. Бәйгелә телевидение, радио эфирында сыҡҡан, Интернетта, ваҡытлы матбуғатта донъя күргән ижади эштәр 2018 йылдың 1 ғинуарынан ҡабул ителә башлаясаҡ. Ҡурай таждарына ярашлы-7 номинациялар билдәләнгән.
Конкурс еңеүселәренә 100, 70, 50 мең һум күләмендә бүләктәр биреләсәк.
«Уфимские ведомости» гәзите һәм «Өфө» журналы баш мөхәррире Галина Ишмөхәмәтова әйтеүенсә: «Конкурстың ете номинацияһы ла Мостай Кәримдең әҫәрҙәренән цитаталар менән исемләнгән. Улар әҙәбиәт, сәнғәт, иҡтисад, сәнғәт һәм башҡа өлкәләргә арнала. Бәйге асыҡ, беҙҙә Халыҡ-ара кимәлдәге саралар йыш үткәрелә. Конкурс журналистарға төрлө йүнәлештә ижад итеү һәм үҙен танытыу мөмкинлеге бирәсәк».