11-се октябрҙән 16-сы октябргә тиклем Коми-Пермяк милли драматик театрында «Сообщение» III Халыҡ-ара милли театр фестивале уҙа. М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры был сарала Николай Крашенинников романы буйынса ҡуйылған «Амеля» спектаклен күрһәтә.
Белешмә өсөн:
Фестивалдә Башҡортостан, Татарстан, шулай ук Воронеж һәм Пермь ҡалаларынан театрҙар ҡатнаша. Быйылғы фестивалдең темаһы: «һайлау ваҡыты». Фестиваль сиктәрендә төрлө оҫталыҡ дәрестәре, түңәрәк өҫтәл, күргәҙмә һәм экскурсиялар ҡаралған.
Фестивалдең Гран-при алыусыһын, «Иң яҡшы ир-ат роле өсөнм һәм «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле өсөн» номинацияларында еңеүсене театр белгестәре Владимир Спешков, Глеб Ситковский һәм Екатерина Кострикова составындағы жюри һайлай.