«Арғымаҡ» төркөмө Сәғүд Ғәрәбстанынан еңеү менән ҡайтты

«Арғымаҡ» төркөмө Сәғүд Ғәрәбстанынан еңеү менән ҡайтты

Бөтә донъянан килгән йөҙгә яҡын илдәр араһында бөтә Рәсәй исеменән Башҡортостаныбыҙ исеменән “Арғымаҡ” төркөмө этно-музыка номинацияһында Гран-при яуланы!

“Еңеү ата-бабаларыбыҙ рухына, һәм дә халҡыбыҙҙың яҡты киләсәгенә бағышланды”, ти  төркөм етәксеһе Ринат Рамазанов.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 9-19 мартта Сәғүд Ғәрәбстаны Короллегенең Эр-Рияд ҡалаһында Король Абдул Азиз исемендәге «CamelFestival» барышында «Күсмә халыҡтар донъяһы» халыҡ-ара этнофестивале үтте. Сарала «Арғымаҡ» төркөмө этно-музыка һәм этно-хит номинацияларында иң яҡшы башҡарыусы исемен яҡланы.

Ижади бәйгенең шарттарына ярашлы, һәр илдең вәкилдәре сәнғәттең сәхнә, уйын, кәсепселек төрҙәрендә халыҡтың тарихын, мәҙәниәтен һәм көнкүрешен сағылдырған милли программа тәҡдим итергә тейеш ине. Һәр делегация  15-20 минутлыҡ биштән күберәк концерт программаһы әҙерләп сығыш яһаған.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb