27 март Башҡорт дәүләт филармонияһында Салауат Низаметдиновтың тыуыуына 60 йыл тулыуға арналған «Араларҙа – моң ғына…» исеме аҫтында концерт-тамаша үтәсәк, кисәлә композиторҙың ижадына байҡау яһала.
Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, республикабыҙҙың ғорурлығы, маэстро Салауат Низаметдинов башҡорт музыка сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән шәхестәрҙең береһе.
Уның «Күҙҙәремә ҡара», «Яратам, яратам», «Күҙ нурым», «Ялан сәскәләре», «Бутамағыҙ минең яҙмышымды», «Иҫке өй» кеүек ижад емештәре күптәребеҙҙең «күңел дәфтәрендә» мәңгегә уйылып ҡалған.
Тамашала Нәзифә Ҡадырова, Әлфиә Юлсурина, Вәхит Хызыров, Азамат Тимеров, Сәйҙа Ильясова, Лилиә Ишемйәрова, Рөстәм Шаһыбалов, Марсель Ҡотоев, Искәндәр Ғәзизов, Заһир Иҫәнсурин, Айгиз Ханов, Тимур Рамаҙанов, Эльмир Әбүбәкиров һәм башҡа танылған йырсылар башҡарыуында яратҡан йырҙарығыҙҙы ишетерһегеҙ.
Концертта, шулай уҡ, композиторҙың ижадташ дуҫтары, туғандары һәм музыканттың ижадына битараф булмағандар ҡатнаша. Тамашаның режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова.
Халыҡ араһында ҙур танылыу яулаған Салауат Низаметдиновтың даны республика сиктәрендә генә түгел, унан тыш та таралған. Хәтер йәшәй икән, шәхес тә йәшәй тигән һүҙ.
27 март үтәсәк концерт-тамашала Салауат Низаметдинов шәхесен һәм ижадын үҫеп килеүсе быуынға танытыусы кисә булып торор тигән ышаныстабыҙ. Рәхим итегеҙ!