21-22 августа Башҡортостан Республикаһы Архангел районының Орлов ауыл мәҙәниәт йортонда II "Орловка" заманса туҡыу эше буйынса республика фестиваль-конкурсы ойошторола. Унда Архангел, Әлшәй, Ғафури, Миәкә, Балаҡатай, Йылайыр, Өфө, Стәрлетамаҡ, Бәләбәй, Әбйәлил райондары, Өфө, Салауат, Октябрьский, Учалы, Сибай, Бөрө ҡалалары оҫталары ҡатнаша.
Конкурс барышында - 2 көн дауамында "Башҡорт сувениры" булараҡ ижади эште башҡарыу күҙ уңында тотола. Бынан тыш, фестиваль сиктәрендә конкурсанттар алдан эшләнгән ижади эштәренең күргәҙмәһен ойоштора.
"Орловка" фестивале Республика халыҡ ижады үҙәге менән берлектә 2010 йылдан уҡ ойошторолған оҫталыҡ дәрестәренең, семинар-практикумдарҙың дауамы булып тора. Клуб директоры Фәнисә Сәйфетдинованың һәм шул мәлдә мәҙәниәт бүлеге етәксеһе булып эшләгән Т.А. Гвоздик тырышлығы менән иҫке ташландыҡ туҡыу станоктары йыйылған, эш хәленә килтерелгән. 2013 йылда Орлов ауыл мәҙәниәт йорто туҡыусылыҡ эшен тергеҙеүгә республика Башлығы грантын алды. Яңы станоктар һатып алынды. Иң мөһиме, кешеләр үҙҙәре өйрәнде, Бөтә Рәсәй фестивалдәренә йөрөнө һәм яңы белемгә һәм күнекмәләргә эйә булды. Үҙләштерелгән белем менән башҡалар менән бүлеште. Станоктар үҙҙәре эшләргә өйрәнделәр.
Фестиваль Р.В.Ғарифуллиндан "Казак билбауы" оҫталыҡ дәресе менән тамамланасаҡ.