Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә электрон китап сығарыла.
Электрон китаптың әһәмиәте шул: уны теләгән һәр кем уҡый ала. Ике йыл эсендә нәшриәттә 60 китап донъя күргән. Бөгөн башҡорт телендәге электрон китаптарҙы Рәсәйҙән тыш Англия, Германия, Австрия илдәрендә уҡыйҙар. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте директоры Зөфәр Тимербулатов әйтеүенсә, электрон китапҡа тиражға заказ биреүҙә мохтажлыҡ юҡ, икенсенән, ихтыяжды билдәләүе лә уңайлы.
Сығанаҡ: tv-rb.ru/bash