«Ҡаһым түрә» ҡайтты

«Ҡаһым түрә» ҡайтты
Ҡаһым түрә менгән һор(о) юрғаһы, һай кем,
Түбән эйеп тора ла башҡайын.
Ун ете лә йәшлек Суфия һылыу, һай кем,
Түгер инде күҙҙәре йәшкәйен. 
(Халыҡ йырынан).
Ошо аҙнала Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә киң йәмәғәтселек һәм тамашасылар күптән көткән «Ҡаһым түрә» (Б. Бикбай, Х. Ирғәлин) драмаһының премьераһы була. Спектаклде сәхнәгә ҡуйыусы – театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов.
Башҡорт драматургияһын һәм театр сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән мәшһүр драматург Баязит Бикбайҙың тарихи шәхесебеҙ Ҡаһым Мырҙашев хаҡындағы уйландырғыс, тәрән йөкмәткеле әҫәре 1957 йылда яҙылған һәм, заманына күрә, уның төп идеяһы – тыныс йәшәү, урыҫ һәм башҡорт халҡының дуҫлығын данлау. 
Ҡаһым түрәнең күп яҡлы һәм ҡатмарлы шәхесе, 1812 йылғы Ватан һуғышында (ул һәр береһендә 500 яугир иҫәпләнгән 28 полктың береһенә етәкселек итә) тотҡан урыны, үлемһеҙ батырлығы, кем ҡулынан һәләк булыуы (Ҡаһымдың хәрби уңыштарына көнләшеүҙән урыҫ императоры вельможалары уны ағыулаған тигән фараз йәшәй), сая тәбиғәте беҙҙе әлеге көнгә ҡәҙәр ҡыҙыҡһындырыуҙан туҡтамай: тыуған туп­раҡ­тан алыҫта, сит ер­ҙәрҙә уға яугир-юлбашсы бурысын үтәргә ниндәй илаһи ҡөҙрәт көс һәм сәм биргән? Халыҡ араһында бөгөн дә популяр «Ҡаһым түрә» йырын кем сығар­ған?.. (Билдәле булыуынса, Ҡаһым Мырҙашев 1778 йылда Ырымбур губернаһы Стәр­ле­та­маҡ өйәҙенең Айыусы ауы­лында тыуған, Петербург хәрби акаде­мияһын тамамлап, полковник дә­рәжә­һен алған. Уның «түрә» ҡушаматы «баш­лыҡ», «әфәнде» тигәнде аңлата). 
Тарихи сығанаҡтарҙа Ҡа­һым полкы тураһында мәғлүмәт бик аҙ, әммә шуныһы билдәле: хәрби полктар үҙ ирке менән формалаша, йәғни һалдат­тарҙың көнитмешен, улар­ҙы – ат, аттарҙы – фураж, даға, яугирҙәрҙе ҡорал һәм башҡалар менән халыҡ үҙе тәьмин иткән. Ул ваҡытта хәрби подразделениелар араһында беренсе башҡорт-типтәр хәрби полкы иң данлыһы була. 
– Ваҡиғалар барған осор ғәйәт ҡатмарлы. Ошондай ауыр шарттарҙа башҡорт яугирҙәрен тыуған илгә намыҫлы һәм эскерһеҙ хеҙмәт итергә, Ватаны өсөн йәнен фиҙа ҡылырға ниндәй бөйөк ина­ныуҙар саҡырған тигән һорауҙарға яуап бирергә ынтылабыҙ спектаклдә, – ти режиссер. 
Баязит Бикбайҙың «Ҡаһым түрә» тарихи драмаһына заманса рух биреп, сәхнә өсөн әҙерләүсе – тарихсы һәм драматург Хәмит Ирғәлин. Ваҡиғалар байытылып, яңы сәхнә алымдары, мауыҡтырғыс формалар, дөйөмләш­тереүҙәр (мәҫәлән, улына ошо тарихты һөйләгән Ер-әсә, асылында бөтә кешелектең һәм барлыҡ милләттең киләсәге сағылған бала персонаждары, Ҡөрьән сүрәләре) аша бирелә.
Ҡаһым түрә ролен Башҡорт­остандың халыҡ артисы Азамат Ғафаров башҡара. Рәссамы – Альберт Нестеров, балетмейстеры – Сулпан Асҡарова, композиторы – Урал Иҙелбаев.
Автор: Рәмилә Йәһүҙина.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb