Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Календарь Дней армейской культуры
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
“Ҡан-ҡәрҙәштәргә – китап”
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
“Ҡан-ҡәрҙәштәргә – китап”
Әҙәбиәт йылы уңайынан “Башҡортостан” гәзите уҡыусылар, зыялылар араһында “Ҡан-ҡәрҙәштәргә – китап” акцияһын ойоштора.
Хөрмәтле замандаштар, милләттәштәребеҙҙең күбеһе Башҡортостандан ситтә йәшәй. Республика нәшриәттәрендә сыҡҡан китаптар Рәсәй төбәктәренә барып етмәй, шуға күрә сит өлкәләрҙә йәшәгән халҡыбыҙ вәкилдәре туған телебеҙҙә аралашыуға һыуһап көн итә. “Башҡортса әҫәрҙәр уҡыһаҡ, ҡулыбыҙға туған телдә сыҡҡан китапты тотһаҡ, ҙур ҡыуаныс кисерәбеҙ! “Бәйләнештә” социаль селтәренең башҡортса интерфейсы беҙҙең рухи ынтылыштарыбыҙҙы бер ни тиклем ҡәнәғәтләндерә. Китаптар беҙгә лә килеп етһен ине!” – тип яҙа Марат исемле Силәбе өлкәһе егете.
Ә ошондай күңел кисерештәре менән уртаҡлашҡандар, аралашыуға һыуһағандар, ысынлап та, бихисап. Әйҙәгеҙ, ҡулыбыҙҙан килгән тиклем ситтә йәшәгән халҡыбыҙ вәкилдәренә ярҙам ҡулы һуҙайыҡ. Силәбе, Ырымбур, Һамар, Һарытау, Ҡурған өлкәләрендә, Пермь крайы һәм башҡа яҡтарҙа төпләнгән милләттәштәребеҙ башҡортса китап уҡып ҡыуанһын!
Ошоно иҫәпкә алып, “Башҡортостан” гәзите редакцияһы “Ҡан-ҡәрҙәштәргә – китап” акцияһын ойоштора. Моғайын, күптәрегеҙҙең йортонда бүләк итерлек, яңы йәки ҡат-ҡат уҡылған китаптар барҙыр. Уларҙағы рухи байлыҡ башҡаларға ла ҡыуаныс килтерһен ине. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим әйтмешләй, бүлешкәндән йыр-моң арта ғына.
Хөрмәтле дуҫтар, һеҙҙән рухи хазиналарыбыҙҙың сағылышы булған милли китаптар көтөп ҡалабыҙ!
Тулыраҡ мәғлүмәтте 272-05-43, 272-16-24 телефондарына шылтыратып белә алаһығыҙ.
Ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙгә ярҙам "Башҡортостан" гәзите редакцияһының 512-се бүлмәһендә ҡабул ителә.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Башҡортостан супергеройҙары: "Самрау батшаның бүләге" спектакле "Урал батыр" эпосын сәхнәгә ҡайтарҙы
Дүшәмбе, 09 июнь 2025
|
Тулыраҡ >
«Урал батыр» эпосының факсимиль күсермәһе Евразия күсмә цивилизациялар музейына тапшырылды
Йәкшәмбе, 08 июнь 2025
|
Тулыраҡ >
"Әйҙә уйнарға" фестивалендә Өфө тураһында уйын менән таныштырҙылар
Йома, 06 июнь 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Календарь Дней армейской культуры
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө