Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Ҡанлы йылдар онотолмай
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шишәмбе, 11 июнь 2013
Ҡанлы йылдар онотолмай
Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының театр факультеты студенттары тамашасы хөкөмөнә “10 июль. Көн һәм быуат” исемле әҙәби-тарихи драма тәҡдим итте. Был үҙенсәлекле проекттың авторҙары – филология фәндәре кандидаты Гөлсәсәк Саламатова һәм Башҡортостандың, Рәсәйҙең халыҡ артисы Таңсулпан Бабичева.
Тамаша уҙған быуаттың 30-сы йылдарындағы әҙәби-мәҙәни мөхитте һүрәтләүҙән башлана. Башҡортостан радиоһы әҙәбиәт, сәнғәт яңылыҡтары менән таныштыра, дикторҙар тантаналы рәүештә осорҙоң уңыштары тураһында хәбәр итә. Экранда иһә бер-бер артлы документаль кинокадрҙар күрһәтелә. Мәскәүҙә СССР яҙыусыларының I съезы барышын, Өфө урамдарындағы демонстрацияларҙы һүрәтләгән һәм башҡа ҡыҙыҡлы күренештәр беҙҙе алыҫта ҡалған йылдар сөңгөлөнә әйҙәй.
Данлы, шаулы осорға хас күңел күтәренкелеге, ғорурлыҡ хисе тыуҙырған күренештәрҙе шомло музыка ҡаплап китә – Сталин репрессиялары ваҡиғалары һынландырыла. Сәхнәнең яҡтыртылышы, йәш артистарҙың борсоулы йөҙҙәре аша залға хәүеф тойғоһо һарҡылып инә. Төрмә иҙәнендә — халыҡ дошманы тип иғлан ителгән шәхестәрҙең ҡатындары. Улар сираттағы һорау алыуға саҡырыуҙарын шомланып көтә. Ретроспектива алымы Һәҙиә һәм Ғөбәй Дәүләтшиндар, Мәкәрим Мәһәҙиев һәм Зәйтүнә Бикбулатова, Мәстүрә һәм Ғәзиз Әлмөхәмәтовтар, Сәбихә һәм Ғабдулла Амантаевтар, дипломат Кәрим Хәкимовтың ҡатыны Хәҙисә, Фатима Юлтыеваларҙың бәхетле саҡтарына әйләнеп ҡайтырға, мөхәббәт тарихын күрергә, янып-ярһып, яҡты киләсәккә оло ышаныс менән йәшәгән мәлдәрен барларға мөмкинлек бирә. Ә төрмә ишектәренең иләмһеҙ шығырлап асылып-ябылыуы, “ҡара ҡоҙғон” тип йөрөтөлгән машинаның гөрһөлдәп килеп туҡтаған тауышы аяуһыҙ ысынбарлыҡҡа алып ҡайта.
Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың атылыр алдынан йәндәрҙе телеп, ауаз ҡатыш моң булып яңғыраған “Буранбай” йыры, мәшһүр йырсының күңелдәрҙе иңрәтеп ағылған үҙ тауышы (яҙма Ҡазандан махсус рәүештә ҡайтарылған), Ғөбәй Дәүләтшиндың “Ғәлиәбаныу” көйөнә бейеүе, Һәҙиә Дәүләтшина менән Ғабдулла Амантайҙың әлегә тиклем билдәһеҙ булып, халыҡҡа күптән түгел генә ҡайтарып бирелгән шиғырҙарының яңғырауы, геройҙарҙың үҙ-ара эскерһеҙ мөнәсәбәте, саф хистәре – барыһы ла самалылыҡ, нәфислек һәм нескәлек аша бирелгән. Был оло шәхестәрҙең үҙ идеалдарына сикһеҙ инаныуы һәм шуның өсөн дә тәрәнерәк тетрәнеү кисереүе ышандырырлыҡ рәүештә еткерелде тамашасыға.
Репрессия осоронда етем ҡалған, болотһоҙ бала саҡтары бер көн эсендә юҡҡа сыҡҡан Ролена Амантаева, Роза Әлмөхәмәтоваларҙың бала сағын кәүҙәләндереүсе йәш артистар Гүзәл Ғәлләмова һәм Айһылыу Фәйезованың йөрәк тауышы уйлы, ғәмле тамашасыны тетрәндермәй ҡалманы.
Милли сәнғәтебеҙҙе ил кимәленә алып сыҡҡан Вәлиулла Мортазин-Иманский, Мәкәрим Мәһәҙиев, Ғәзиз Әлмөхәмәтов ролдәре аша был сәнғәт әһелдәренең олпатлығын, аҡылын, һәләтен, фажиғәһен Нәфис Сәйетов, Зөлфир Басиров һәм Тимур Рамаҙанов тамашасы күңеленә еткерҙе.
Ғабдулла Амантай ролен уйнаусы Илнур Сәлимгәрәев, уның ҡатыны Сәбихә ролендәге Зөлфиә Ишмырҙина, ирле-ҡатынлы яҙыусылар Һәҙиә менән Ғөбәй Дәүләтшиндарҙы һынландырыусы Зөлмәрә Ғәбитова һәм Азат Ғайнанов, Мәстүрә Әлмөхәмәтова ролендәге Лилиә Әҙелмырҙина, Хәҙисә Хәкимованың тарихын еткереүсе Гүзәл Маликова ғаилә ҡиммәттәре, хистәр ҡайнарлығы, тоғролоҡ кеүек төшөнсәләрҙең кеше өсөн ни тиклем мөһим икәнлеген төшөндөрҙө.
Зәйтүнә Бикбулатова ролен башҡарыусы Зилиә Сафиуллинаның өлөшөнә үтә лә яуаплы миссия йөкмәтелгәйне, ул был эште лайыҡлы атҡарып сығыуға өлгәште. Бөйөк актрисаның сағыу таланты, ғорур булмышы артына йәшерелгән күңел фажиғәһен тетрәндерерлек итеп башҡарҙы Зилиә һылыу. Испан драматургы Лопе де Веганың “Һарыҡ шишмәһе” драмаһынан Лауренсия монологын һөйләүе бөйөк шәхестең йәш сағын күҙ алдыбыҙға килтерҙе. Һәр хәлдә, Зилиә тамашасыны ошоға инандырҙы. Ижади ҡеүәте ҙур был ҡыҙҙың.
Сәхнәлә күрһәтелгән ваҡиғаларҙың тарихи дөрөҫлөккә тап килеүе иғтибарға лайыҡ. Был кисерештәрҙең, ваҡиғаларҙың береһе лә уйлап сығарылмаған, ә тормош тарафынан яҙылған аяуһыҙ хәҡиҡәт. Проект авторҙары драманы тамашасы хөкөмөнә сығарыр алдынан бихисап документ, публицистик мәҡәләләр, суд материалдары, махсус әҙәбиәт менән танышҡан, драма ҡанундарына тап килерҙәй, шәхестәрҙең трагедияһын тәрәнерәк һынландырырҙай ваҡиғаларҙың прототиптар тарафынан хикәйәләнгәндәренә өҫтөнлөк биргән. Хөкөм итеү менән мауыҡмай улар, драма кемделер ғәйепләүгә лә ҡоролмаған. Спектаклдә Гөлсирә Ғиззәтуллинаның “Һәҙиә” романы, Рауил Бикбаевтың, Ҡасим Аҙнабаевтың, Миләүшә Иҙрисованың, Гөлнур Ҡасҡынованың хеҙмәттәре ҡулланылған.
Ғөмүмән, буласаҡ актерҙарҙың оло тормошҡа әҙерлекле милли кадрҙар булып аяҡ баҫыуы шатландыра. Улар театр тарихын яҡшы өйрәнгән, милли драматургияның формалашыу нигеҙҙәре тураһында уҡып ҡына түгел, сәхнәлә һынландырып та, улар кисергәндәрҙе үҙ күңеле аша үткәреп тә беләләр хәҙер.
Был етди проект нигеҙендә ҙур идея күтәреп сыҡты йәш актерҙар: “Беҙ, XXI быуат йәштәре, 1938 йылдың 10 июлен “башҡорт әҙәбиәтенең, сәнғәтенең, башҡорт йәмәғәтселегенең ҡанлы йәкшәмбеһе" тип атаныҡ. Рәсәй тарихында ундай һүҙбәйләнеш таныш булһа ла, башҡорт халҡы өсөн был йәкшәмбе илгә билдәле йәкшәмбенән, бәлки, ҡанлыраҡтыр.
Тап ошо көндә – 1938 йылдың 10 июлендә – халҡыбыҙ башҡорт профессиональ музыка сәнғәтенә нигеҙ һалған шәхестәребеҙҙең береһе Ғәзиз Әлмөхәмәтовты, башҡорт театрына Станиславский системаһын индергән Мәкәрим Мәһәҙиевте, башҡорт филологияһы фәне үҫешендә тос өлөшө булған Ғабдулла Амантайҙы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы Ғөбәй Дәүләтшинды, беренсе башҡорт профессиональ театрын төҙөгән Вәлиулла Мортазин-Иманскийҙы, Башҡортостан өлкә комитетының бүлек етәксеһе Риза Әбүбәкировты, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Төхфәт Йәнәбиҙе, Башҡортостан дәүләт нәшриәте директоры, яҙыусы Булат Ишемғолдо, башҡорт драматургияһын башлаусыларҙың береһе Дауыт Юлтыйҙы, тәржемәсе, журналист, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Мөхтәр Байымовты, БАССР-ҙың Халыҡ комиссарҙары советы ҡарамағындағы сәнәғәт эштәре буйынса идаралыҡ етәксеһе Ғаффан Нәзировты юғалта.
Беҙ, XXI быуат ҡанундары менән йәшәгән йәш быуын, тарих төшөнсәһен "ҡәҙер һәм хәтер" төшөнсәһенә бәрәбәр тип һанайбыҙ. Сәхнәгә сығарырға батырсылыҡ иткән әҙәби-тарихи драмабыҙ ҙа ошо шәхестәргә ҡәҙер һәм хөрмәт йөҙөнән атҡарылды.
Йәнә шуға инанабыҙ: 10 июль Башҡортостан Республикаһы өсөн Ҡәҙер һәм хәтер көнө булыр. Ҡорбан булған шәхестәргә лайыҡлы һәйкәл ҡуйылыр. Беҙ табынып, сәскәләр һалған һәйкәл. Батырлыҡ һәм тоғролоҡ, ҡәҙер һәм хәтер һәйкәле…”
Һуңғы осорҙа театр әһелдәре, режиссерҙар ауыҙынан йыш ҡына: “Халыҡ етди спектаклдәрҙе ҡабул итмәй, тамашасының талабы түбән. Шуның өсөн дә күберәк комедия, йырлы-моңло тамашалар ҡуйырға мәжбүрбеҙ”, – тигән зарланыуҙы йыш ишетергә тура килә. Өфө дәүләт сәнғәт академияһы студенттары тарафынан ҡуйылған “10 июль. Көн һәм быуат” әҙәби-тарихи драмаһы бына ошо ҡалыплашҡан фекерҙең хәҡиҡәткә тура килмәүен раҫланы. Спектаклдән һуң тамашасы менән күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшеүҙәр театрҙарҙың етди, фәһем алырлыҡ, ҡәнәғәтлек кисерерлек, уйландырырлыҡ, һиҫкәндерерлек әйберҙәргә тотонорға тейешлеген тағы ла бер ҡат иҫбатланы. Гөлсәсәк Саламатованың һәм Таңсулпан Бабичеваның үтә лә етди проектҡа йән өрөүе — минеңсә, башҡаларға ла фәһем, үрнәк алырлыҡ күренеш.
Тетрәнеп, тотош ил, милләт фажиғәһен тағы ла тәрәнерәк аңлап-тойоп сыҡты был спектаклдән тамашасы. Быға тиклем Шәйехзада Бабичтың шиғырҙары буйынса “Әлмисаҡтан һин шағир тигән Хоҙайҙың әмере бар…”, Рауил Бикбаевтың “Хазина”, Ҡәҙим Аралбайҙың “Ҡаратау тотҡоно” поэмалары буйынса ҡуйылған спектаклдәрҙә уйнап өлгөргән йәш артистарыбыҙҙың киләсәктә ҙур сәхнәләрҙе балҡытыуын күрергә яҙһын.
Автор: Гөлнур ҠАСҠЫНОВА
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Благотворительный фонд «Мирас» подвел творческие итоги 2016 года
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Өфө Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара фестивалгә әҙерләнә
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә - «Ай тотолған төндә» операһы
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мәскәүҙә сығыш яһай
Шишәмбе, 06 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө