Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
ҠУРАЙ МОҢО... ярты-йортолоҡто яратмай
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Дүшәмбе, 29 апрель 2013
ҠУРАЙ МОҢО... ярты-йортолоҡто яратмай
Халҡыңдың йыр-көйҙәрен сит тарафтарҙа ҡурай моңона сорнап яңғыратыу һәм, иң мөһиме, уларҙы башҡа милләт вәкилдәре күңеленә үтеп инә алырлыҡ һәм унда мәңгелеккә уйылып ҡалырлыҡ итеп башҡарыу бәхете бик һирәктәр өлөшөнә төшкән бәхет. Өфө урта махсус музыка колледжының 9-сы синыф уҡыусыһы Арыҫлан ОМОРҘАҠОВ та ошо көндәрҙә шундай бәхеткә өлгәште.
Арыҫлан күптән түгел Ҡаҙан ҡалаһында үткән академик һәм халыҡ музыкаһын йәш башҡарыусыларҙың IV Халыҡ-ара конкурсынан ҡайтты. Төрлө төбәктән йыйылған 400-ләп ҡатнашыусы араһында ул халыҡ инструменттарында яңғыҙ башҡарыусылар төркөмөнөң 15-17 йәшлектәр категорияһында ҡурайҙа башҡорт халыҡ йырҙары "Ғилмияза", "Аҡ яурын - сал бөркөт" һәм "Байыҡ"ты башҡарып, II дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды. Ҡурайға бәләкәйҙән ғашиҡ Арыҫландың юлында һәр ваҡыт уның ынтылыштарын ҡеүәтләп-хуплап тороусы уҡытыусылар осрап тора, уға ҡурай серҙәренә төплө төшөнөргә ярҙам итә. Әбйәлил районы Асҡар музыка мәктәбенең Илһам Шакиров етәкләгән ҡурай класында шөғөлләнгән саҡта төрлө конкурс-бәйгеләрҙә призлы урындар яулай ул. Уңыштар эҙһеҙ үтмәй һәм 5-се кластан ул Өфөлә, билдәле ҡурайсы Роберт Юлдашев етәкселегендә уҡый башлай. Әлеге ваҡытта Венер Йылҡыбаевта белемен камиллаштырыуҙы дауам итә.
- Ҡурай теле аша ағылған моңдо тыңлаусыларға сайпылдырмай, тулы килеш алып барып еткереү өсөн үҙеңдең йөрәгең ошо моң менән тулы булырға тейеш. Ҡурай өҫтән генә уйнауҙы, моңдо өҙөп-йыртып башҡарыуҙы, ғөмүмән, ярты-йортолоҡто яратмай. Шуға күрә мөғжизәле һәм үҙенсәлекле ҡурай моңо менән һаҡ булырға, уны аңларға һәм күңелдең иң нескә хистәре аша үткәрә белергә кәрәк. Бары тик шул саҡта ғына иғтибарлы һәм ихтирамлы тыңлаусы табырға мөмкин. Быны һәр ваҡыт иҫемдә тотоуым тырышлыҡ, оҙайлы шөғөлләнеүҙәр, үҙ-үҙемә ышаныс менән берлектә миңә еңеүҙәр килтерәлер, тип уйлайым, - тип ололарса фекер йөрөтә Арыҫлан.
Әйткәндәй, ошо уҡ колледждың 1 курс студенты Элмира Әхмәтханованың да флейтала оҫта уйнауы жюри ағзаларының иғтибарынан ситтә ҡалманы. Ул III дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө