Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Ҡурай тартаһың икән, конкурста ҡатнаш!
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
Ҡурай тартаһың икән, конкурста ҡатнаш!
10 апрелдә Хәйбулла районы Аҡъяр ауылы мәҙәниәт йортонда Сәйфулла Дилмөхәмәтов исемендәге призға ҡурайсылар конкурсы ойошторола. Бәйге Әҙәбиәт йылына арнала.
Конкурста дөйөм белем биреү мәктәптәре, балалар сәнғәт мәктәптәре уҡыусылары, колледж, һөнәри-техник училище студенттары ике йәш төркөмөндә (12 йәшкә тиклем һәм унан өлкәндәр) ҡатнаша ала.
Ҡурайсылар һәм ҡурайсылар ансамбле ике төрлө әҫәр башҡарырға тейеш. Һирәк яңғыраған көйҙәрҙе уйнау, уның тарихын белеү хуплана. Баһалағанда үҙенсәлеклек, моңлолоҡ, уйнау оҫталығы, сәхнә костюмы иҫәпкә алына.
Ғаризаларҙы 2015 йылдың 8 апреленә тиклем
Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра.
электрон почтаһына ебәрергә кәрәк.
Бәйгенең ойоштороусылары – Хәйбулла районы хакимиәте, мәҙәниәт йорто һәм Ҡурайсылар ойошмаһы. Белешмә өсөн телефон: (34758) 2-13-65.
Сәйфулла Дилмөхәмәтов (1932–2004) – билдәле виртуоз ҡурайсы, Бөтә Союз халыҡ ижады фестивале һәм республика конкурстары лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Хәйбулла районының Почетлы гражданы.
Сығанаҡ: "Шоңҡар" журналы сайтынан.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө