Ҡурсаҡтар күргәҙмәһенә рәхим итегеҙ!

Ҡурсаҡтар күргәҙмәһенә рәхим итегеҙ!
Ҡурсаҡтар − беҙҙең бала сағыбыҙҙың сағыу иҫтәлеге. Улар бәхетле мәлгә, әкиәт иленә әйҙәгән һымаҡ. 
5 сенябрҙә, 18.00 сәғәттә Өфөнөң Комсомол (138) урамында урынлашҡан Үҙәк ҡала китапханаһында «Ҡусҡар» текстиль сәнғәте студияһы шөғөлләнеүселәренең «Ҡурсаҡтар нимә хаҡында һөйләй» тип исемләнгән күргәҙмәһе асыла. 
Оҫта ҡуллыларҙың «Ҡусҡар» текстиль сәнғәте студияһы бер йылдан ашыу эшләй. Сәнғәт студияһында әлеге көндә ун ике ҡатын-ҡыҙҙан торған коллектив, милли орнаменттар, тамғалар ҡулланып, кейеҙҙән һәм ябай тауарҙан ҡурсаҡтар, уйынсыҡтар ижад итә, декоратив ҡорамалар ҡорай. «Ҡусҡар» студияһы етәксеһе Стелла Маркова әйтеүенсә, улар быға тиклем Бөтә Рәсәй фестивалдәрендә ҡатнашып, бихисап диплом һәм маҡтау ҡағыҙҙары яулап өлгөргән. 
«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb