Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Ҡыҙыл буйының моңло ҡыҙы
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
Ҡыҙыл буйының моңло ҡыҙы
“Алтын балдаҡ”, “Һин ултыртҡан муйыл”, “Ромашкалар”... Был йырҙарҙы телгә алыу менән күҙ алдыбыҙға Башҡортостандың халыҡ артисы, сәхнәбеҙҙең сағыу биҙәге Роза Аҡкучукова килеп баҫа. Уның репертуарында халыҡ йырҙары ла, композиторҙар ижад иткәндәре лә байтаҡ ҡына. Ошоларҙың барыһын да кешенең күңеленә үтерлек итеп башҡарыу өсөн күпме көс, йөрәк йылыһы һалынған! Шуға ла тамашасылар Роза АҠКУЧУКОВАның яғымлы тауышын үҙ итә, һәр сығышын көтөп ала. Ошо көндәрҙә башҡорт йыр сәнғәтенең легендаһына әүерелгән алиһә үҙенең күркәм юбилейын билдәләй. Шул уңайҙан меңәрләгән тамашасының һөйөүен яулаған йырсы менән әңгәмәбеҙҙе тәҡдим итәбеҙ.
– Роза ханым, бала саҡта кем булырға теләнегеҙ?
– Әлбиттә, йырсы! Ауылға артистар килһә, уларҙы клуб янында көтөп тороп, үҙебеҙгә ҡунырға алып ҡайта инем (көлә). Атайым ауыл Советы рәйесе булғас, минең теләккә ҡаршы килмәй. Ҙур ҡунаҡтар өсөн алдан ҡәһүә әҙерләп ҡуям, сөнки сәхнә йондоҙҙары шул эсемлекте генә ҡуллана, тип уйлай инем.
Бер мәл ауылға Фәриҙә Ҡудашева бригадаһы килеп төштө. Был юлы иһә кәйефем ныҡ ҡырылды, хатта илап та алдым. Баҡтиһәң, уларҙы бүтәндәр “эләктереп” өлгөргән икән.
– Әгәр һеҙ йырсы булмаһағыҙ, ниндәй һөнәр һайлар инегеҙ?
– Йырламаһам, мин барыбер халыҡ менән эшләп, нисек тә уларҙың күңеленә юл ярыр инем. Бәлки, был кешеләрҙе дауалау һөнәре булыр ине. Мин һәр ваҡыт уйлап эш иттем. Күрәһең, ғаиләлә шундай тәрбиә һалынған. Әгәр йәшерәк сағым булһа, уҡыуымды дауам итер ҙә берәй продюсер булыр инем.
– Ә һеҙ мәктәптә ниндәй фәнде яраттығыҙ?
– Урыҫ телен һәм әҙәбиәтен шул тиклем бирелеп өйрәндем. Ул фәндән уҡытҡан Валентин Мамлеев дәресте бик ҡыҙыҡлы итеп алып барҙы. Башҡорт теленән уҡытҡан Әкрәм Бикҡужин да шәп мөғәллим ине. Ә бына физика, математика, геометрияны өнәп бөтмәнем. Ейәнем Батырхан иһә, киреһенсә, математика буйынса олимпиадаларҙа ҡатнаша.
Абҙаҡ мәктәбендә ул осорҙа балаларҙың уҡыуын, ялын ойоштороу юғары кимәлдә булған. Беҙҙең класс бер сарала ла ҡатнашмай ҡалмай ине.
Мәктәптән һуң Стәрлетамаҡ педагогия училищеһына уҡырға индем. Тыуған яҡты ныҡ һағындым да уҡыуымды ташлап ҡайттым да киттем. Шунан күрше Байым ауылына клубҡа эшкә саҡырҙылар.
Шунда ауылға Хөсәйен ағай Мәжитов бригадаһы килеп төштө. Артистарҙы өйгә алып ҡайттым. Хөсәйен ағай ҡырт киҫте: “Бер ниндәй ҙә клубта эшләү кәрәкмәй. Өфөнөң 2-се педагогия училищеһына хәҙер үк барып ет. Тауышың бар. Төҫкә-башҡа матурһың, килешле һөйләшә беләһең...”
Училищеға ингәндә мине Лилиә Әхмәт ҡыҙы Кәримова тыңланы, аҙаҡ ул иң ҡәҙерле уҡытыусым булып китте. Өсөнсө курста уҡығанда филармонияға эшкә саҡырҙылар. Талантлы режиссер Фәтих Иҡсанов үҙ төркөмөнә алды. Ул Әнғәм Атнабаев сценарийына “Ҡаҙ өмәһе”н ҡуйғайны. Мин “Ҡыр ҡаҙҙары” йыры (Мәҡсүд Сөндөклө һүҙҙәре, Нариман Сабитов музыкаһы) менән “өмә”гә барып эләктем. РСФСР-ҙы арҡырыһына буйына йөрөп сыҡтыҡ. “Өмә”лә кемдәр ҡатнашҡанын ғына һанаһаң да иҫ китерлек: Илфаҡ Смаков, Венер Килмөхәмәтов, Гөлсөм Хәбибуллина, Нәзифә Ҡадирова, Сания менән Рим Бакировтар, “Ирәндек” ансамбле (Айрат Кәримов етәкселегендә)...
Арҙаҡлы музыкант Редик Фәсхетдиновҡа ла рәхмәтем ҙур. Ул да миңә ижади үрҙәргә күтәрелгәндә ярҙам итте. “Ҡыр ҡаҙҙары”, “Алтын балдаҡ”ты уның менән яҙҙыҡ...
Шул осорҙа “Алтын балдаҡ”, “Һин ултыртҡан муйыл”, “Аҡҡошҡайым” йырҙары бик популяр булып китте. Халыҡ та артистарға ҡарата ҙур иғтибар күрһәтә ине. Хатта концерттарҙан һуң артҡы ишектән йөрөргә тура килде. Сәхнәлә кисергән бәхетле мәлдәр ғүмерлеккә иҫтә ҡалған... Мәҫәлән, Силәбенең иң ҙур концерт залдарының береһендә, сәхнәгә сығыуым булды, халыҡ аяғүрә баҫты. Ул осорҙа мин башҡарған йыр Рәсәйҙә иң билдәлеләрҙең береһе ине. Бер заман Стәрлетамаҡта сығыш яһағанда, “Һин ултыртҡан муйыл”ды өс тапҡыр йырлаттылар, ҡул сабалар ҙа сабалар...
– Тормош алҡыштарҙан ғына тормай...
– Ниндәй генә хәлдәрҙә лә кеше булып ҡалырға кәрәк. Мин үҙемде үҙем яһаным. Ярҙам иткән кешем булманы. Һәр сығышымды анализлап, йоҡомдо йоҡламай, мизансценаларҙы тикшерә, яңыларын әҙерләй инем. Иң мөһиме — сәхнәлә һин йөрәк менән эшлә, һәр нәмәлә һинең матур күңелең сағылырға тейеш.
Тормош мине үтә ҡыҙыуға ла, һалҡындарға ла бирешмәҫкә өйрәтте. Хәйләкәр, тәкәббер кешеләрҙе ярлыҡай белмәйем, яратмайым. Һатлыҡ йәндәрҙән ҡурҡам. Дуҫлыҡты баһалай беләм, тоғромон. Ғөмүмән, үткән кәртәләр, ауырлыҡтар тураһында иҫкә лә алмайым. Сәхнәне, йырҙы элеккесә яратам. Яңынан тыуһам да, шулай уҡ артист булыр инем. Рәхмәтлемен атай-әсәйемә, туғандарыма, тамашасыма.
– Күңелегеҙ болоҡһоғанда нисек йыуанаһығыҙ?
– Туғандарым, дуҫтарым янында булғанда күңелемә тыныслыҡ табам. Ауылыма, тыуған өйөмә ҡайтам. Ҡыйын саҡта яҡындарыма таянам. Эс серемде кешегә һөйләп бармайым. Күңел ҡырған нәмәне оҙаҡ хәтерҙә тоторға тырышмайым, үҙемә шуны оноторға бойорам.
– Һеҙҙең улығыҙ Руслан Шәйхетдинов та — сәнғәт кешеһе. Заманында “Любизар” төркөмөн төҙөп, эстрадала үҙ урынын тапҡайны... Уның хаҡында ла белге килә. Улығыҙ һеҙҙе аңлаймы?
– Эйе, ул бәләкәй сағынан йыр-моң яратып үҫте. Беҙҙең менән гастролдәргә сығып, Рәми Ғариповтың шиғырҙарын сатнатып һөйләй торғайны. Хәҙер иһә яуаплы вазифа биләй. Шулай ҙа сәнғәттән ситләшкәне булманы. Ул бик аҡыллы, ихтирамлы, иғтибарлы. Үҙем малайҙар араһында үҫкәнгәме (ғаиләлә ете ир туғаным булды), улым менән уртаҡ телде еңел табабыҙ. Киленем дә, ейәндәрем дә сәхнәне үҙ итә.
–Ҡатын-ҡыҙ эшенә мөнәсәбәтегеҙ нисек?
– Ҡатын-ҡыҙ эше – минең өсөн ял. Тәмле итеп аш бешерергә яратам. Аш-һыу – өйҙөң ҡото тип әйтә әсәйем. Башҡорт аштарын, бигерәк тә бишбармаҡ, ҡорот, бәлеш, йылҡы ите, ҡаҙы, тултырманы үҙ итәбеҙ. Шунһыҙ мөмкин дә түгел, сөнки әсәйем аш-һыуға бик оҫта ине.
– Иң бәхетле мәлегеҙҙе хәтерләйһегеҙме?
– Быға тиклем атам-әсәм, бөтә туғандарым бергә булғанда, шунан да бәхетлерәк мәлем юҡ ине кеүек. Хәҙер ейәндәрем миндә ҡунаҡта булһа, шуға шатланам. Батырхан беҙҙән ҡайтҡас: “Өләсәй һәр саҡ тәмле бешерә, был юлы иһә тағы ла тәмлерәк булды”, – тип әсәһенә һөйләй икән.
– Теләгегеҙ?
– Шатлыҡтар уртаҡ булһын. Ҡайғылар ситтә торһон. Республикамда тыныс тормошта йәшәргә, дуҫлыҡҡа хеҙмәт итергә яҙһын.
– Роза ханым, күркәм юбилейығыҙ менән ҡотлап, һеҙгә барлыҡ изге теләктәрҙе юллайбыҙ.
Хәтирә ШӘРИПОВА әңгәмәләште.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Благотворительный фонд «Мирас» подвел творческие итоги 2016 года
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Өфө Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара фестивалгә әҙерләнә
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә - «Ай тотолған төндә» операһы
Кесе йома, 08 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мәскәүҙә сығыш яһай
Шишәмбе, 06 февраль 2024
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө