Ҡыш бабай Башҡортостанда йәшәүсе балалар менән телефон һәм интернет аша һөйләшәсәк

Ҡыш бабай Башҡортостанда йәшәүсе балалар менән телефон һәм интернет аша һөйләшәсәк
23 декабрҙә Ҡыш бабай Башҡортостанда йәшәүсе балалар менән һуңғы тапҡыр һөйләшәсәк. Ҡышҡы тылсымсыға 15-16 сәғәттәрҙә (347) 282-99-97 телефоны йәки Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра. электрон адресы буйынса мөрәжәғәт итергә була, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына «Ҡыш бабайға хат» проекты етәксеһе Гөлнара Төхвәтуллина. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, акция Ҡала үҫеше йәмәғәт фондының «Ҡыш бабайға хат» балалар хәйриә проекты сиктәрендә үткәрелә. Әңгәмә барышында Ҡыш бабай үҙенең ярҙамсылары менән килгән хаттар һәм проектта еңеүселәрҙе ҡотлау тантанаһы тураһында һөйләйәсәк. Шулай уҡ ул хаттарҙы уҡығандан һуң ҡалған тәьҫораттары менән бүлешәсәк, алдағы Яңы йыл саралары хаҡында әйтәсәк.
 Автор: Әлфиә Әһлиуллина
 «Башинформ»

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb