Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Ҡытайға “тәҙрә”
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Йома, 09 декабрь 2016
Ҡытайға “тәҙрә”
Быйыл йәй, баш ҡалабыҙҙа ШОС һәм БРИКС саммиттары уҙғарылған осорҙа, Өфөнөң 39-сы гимназияһында Ҡытай теле һәм мәҙәниәте үҙәге асыла.
Гимназия менән Шеньян университеты араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүҙә ошондай пункт бар. Ике яҡ вәкилдәре лә билдәләүенсә, үҙәк белем биреүҙе йәнләндереүгә, шулай уҡ Рәсәй менән Ҡытай мәҙәниәтен, сәнғәтен, йолаларын яҡшыраҡ өйрәнеүгә булышлыҡ итәсәк. Гимназия директоры Ирина Кейекбаева әйтеүенсә, был — ҙур хеҙмәттәшлеккә илткән юлда тәүге аҙым.
– Ҡытай теле һәм мәҙәниәте үҙәге ошо ил телен сифат йәһәтенән яңы кимәлдә өйрәнеү мөмкинлеген бирәсәк. Яңы уҡыу ҡулланмаларына, методик ярҙамға эйә буласаҡбыҙ, урыҫ һәм ҡытай телдәрен яҡшы белгән уҡытыусылар киләсәк, стажировка ойоштороласаҡ, — тине ул.
Гимназия “ХХI быуат быуыны Евразия мәҙәниәттәре диалогында” халыҡ-ара авторлыҡ проектында биш йылдан ашыу эшләй. Инглиз теленән тыш, уҡыусылар тағы ла бер сит телде (француз, немец, ҡытай) өйрәнә. Ирина Кейекбаева әйтеүенсә, ҡытай теле гимназия уҡыусыларына бик оҡшай. Уны 60-тан ашыу бала өйрәнә, шулай уҡ факультатив дәрестәр үткәрелә.
Мәғариф учреждениеһында уҙғарылған Ҡытай теле һәм мәҙәниәте аҙналығында ҡул эштәре, рәсем, бейеү, йыр бәйгеләре ойошторолдо. Уҡыусылар ошо илгә арналған ғилми проекттарын да яҡланы.
Шеньян университетының Халыҡ-ара белем биреү үҙәге деканы Ванг Шенвей Рәсәйгә тәүге тапҡыр килеүе, Өфөнөң үҙенә бик оҡшауы хаҡында һөйләне.
– 39-сы гимназия менән оҙайлы хеҙмәттәшлеккә өмөтләнәбеҙ. Ҡытай телен һәм мәҙәниәтен өйрәнеү үҙәгенә бөтә яҡлап ярҙам күрһәтәсәкбеҙ. Беренсенән —тел белгестәрен ебәрәсәкбеҙ. Был бик мөһим. Бынан тыш, Үҙәк асылыу һөҙөмтәһендә тел өйрәнеү өсөн Башҡортостан уҡыусылары — Ҡытайға, ә беҙҙең балалар Өфөгә киләсәк, — тине Ванг Шенвей.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Батырлыҡ, матурлыҡ һәм маһирлыҡ: Өфөлә яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның 120 йыллығына арналған күргәҙмә асылды
Дүшәмбе, 10 март 2025
|
Тулыраҡ >
Башҡорт дәүләт драма театры Чеховтың ижадына яңыса ҡараш ташлай
Йома, 07 март 2025
|
Тулыраҡ >
Ҡурай һағында: Өфөләге семинар ҡурайсыларҙы һәм төрлө тармаҡ вәкилдәрен берләштерҙе
Шаршамбы, 05 март 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө