Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Үҙенсәлекле күргәҙмә
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Шишәмбе, 29 май 2012
Үҙенсәлекле күргәҙмә
«Йәйғор» тип аталған экспозиция авторы Алина Камалетдинова быға тиклем бер тапҡыр ҙа ҡулына ҡәләм тотмаған. Әммә ҡыҙҙың һүрәттәре бер кемде лә битараф ҡалдырмай.
Ҡәләмде аяҡ бармаҡтары менән ҡыҫып тотоу, һүрәт төшөрөү - һәр хәрәкәт ҡыҙға ҙур ҡыйынлыҡ менән бирелә. Әммә Алина ауырлыҡтар менән көрәшергә күнеккән. Ул бирешергә уйламай. Һүрәттәре өҫтөндә ҡыҙ бер нисә аҙна, хатта айҙар эшләй.
Музей Алинаның һүрәттәрен күргәҙмәгә ҡабул итергә әҙерлеген белдергәс, ҡыҙ баҙап ҡала. Ай буйына эшкә тотона алмай. Ниһайәт, иң яҡын кешеләре - атаһы һәм әсәһе ярҙамы менән күргәҙмә асыла. Унда Алинаның хыялдары, тормошҡа мөнәсәбәте асыҡ төҫтәр аша сағылдырылған. Физик мөмкинлектәре сикләнгән булыу сәбәпле, ҡыҙ сәйәхәт итә алмай, тик һүрәттәрендә генә сихри донъя киңлектәрен иңләй.
Ғәҙәти булмаған экспозиция менән танышырға Туймазы халҡы музейға йыйылды. Тормош һынауҙары, ауырыуы менән ҡыйыу көрәшкән ҡыҙ тамашасыларҙа һоҡланыу тойғоһо уятты.
Алина Камалетдинованың ата-әсәһе лә хөрмәткә лайыҡ, тип билдәләне туймазылар. Заманында ҡыҙҙарын балалар йортона бирергә лә кәңәш итәләр уларға. Әммә Камалетдиновтар тормош һынауын үтә: ҡыҙҙарына йәшәргә, ижад итергә ҡанат ҡуя.
Сығанаҡ:
Башҡортостан юлдаш телевидениеһы
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
В республике продолжается марафон любительских театров
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө