Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Һүҙ - илһам ул, ул- илаһи
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Дүшәмбе, 17 июнь 2013
Һүҙ - илһам ул, ул- илаһи
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры халыҡтың төп театры булараҡ милли рухты, мәҙәниәтте, телде һаҡлаусы, халыҡтың рухи киләсәген ҡурсалаусы сәнғәт усағы.
Спектаклдәрҙән тыш бында йыш ҡына төрлө мәҙәни саралар, сәнғәт оҫталарының бенефистары, яҙыусыларҙың, драматургтарҙың юбилей кисәләре, тарихи даталарға арналған ижад кисәләре уҙа. Халыҡтың киләсәген ҡурсалаусы, рухи үҫешенә тәрән йоғонто яһаусы тормошобоҙҙоң мөһим бер өлкәһе ул театр.
Быйылғы 93-сө ижад миҙгеле тамамланыр алдынан 17 июнь көнө 17.00 сәғәттә театрҙың Бәләкәй сәхныһендә “Һүҙ - илһам” тигән шиғри - әҙәби кисә була. Был сара труппа ағзалары өсөн даими алып барылған “сәхнә теле” дәрестәре сиктәрендә ойошторола, идея авторы - Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев. Спектаклдә башҡарыусылар, берен – бере тыңлап, алдағы репликаларға ярашлы әлегеһен еткерә барып, уйын аша тамашаның бөтөн бер обазын тыуҙырһа, ә был кисәлә артист әҙәби текст: шиғырмы, хикәйәме, поэмамы, парсамы, документаль очеркмы сатирамы, прозанан өҙөк менәнме - тамашасы алдына бер үҙе баҫасаҡ.
Был кисә сәхнәлә һөйләү оҫталығына, башҡорт әҙәби теленә иғтибарҙы арттырыу, һүҙгә ихтирам, туған телгә мөхәббәт тәрбиәләү маҡсатында ойошторола. Кисәлә йәш артистар менән бер рәттән өлкән быуын сәхнә оҫталары ла ҡатнаша. Һүҙ мәжлесенә яҙыусылар, драматургтар, шағирҙар, журналистарҙың килеүе лә сараның әһәмиәтен бермә-бер арттырасаҡ. “…әҙәмгә йыуаныс та, ҡыуаныс та, байлыҡ та” (Р.Ғарипов) булған һүҙ - шиғриәт, әҙәбиәт кисәһенә теләгән һәр кем килә ала.
Сығанаҡ: "Тамаша" журналы
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Яңылыҡтар
Башҡортостандың Милли музейы Яныбай Хамматов иҫтәлегенә шахмат турниры ойоштора
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Светлана Арғынбаеваның бенефисы уҙа
Шаршамбы, 14 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Өфөлә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған кисә уҙа
Шишәмбе, 13 январь 2026
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө