Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө
Вы здесь:
Главная
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Һөнәренең оҫтаһы. Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Салауат Итбаевтың юбилей кисәһенә рәхим итегеҙ!
Карта учреждений и афиш
Төп яңылыҡтар
ММС күҙәтеү
Яңылыҡтар архивы
Дүшәмбе, 28 сентябрь 2015
Һөнәренең оҫтаһы. Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Салауат Итбаевтың юбилей кисәһенә рәхим итегеҙ!
Һөнәренең оҫтаһы. Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Салауат Итбаевтың юбилей кисәһенә рәхим итегеҙ!
Итбаев Салауат Мостафа улы БР Ейәнсура районы Бикбай (Бикбау) ауылында 1945 йылда донъяға килгән.
Республиканың мәҙәни донъяһында уны СССР заманының төплө нигеҙендәге сәнғәт мәктәбендә тәрбиәләнгән, бәләкәй аҙымдарҙан профессиональ юғарылыҡҡа күтәрелгән билдәле режиссер булараҡ беләләр.
Салауат Мостафа улының хеҙмәт юлы, 1973 йылда өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетын тамамлағандан һуң башлана.
1977 йылда Башҡорт дәүләт филармонияһы иһә, уны нәфис һүҙ жанры оҫтаһы булараҡ ҡабул итә.
Оҙайлы хеҙмәт юлында уға иҫәпһеҙ-һанһыҙ сараларҙың уртаһында ҡайнарға, төрлө кимәлдәге тамашаларҙы тормошҡа ашырырға, сәхнә биҙәгенә әүерелдерергә насип була.
1989 йылда С. Итбаевҡа үҙен ижади яҡтан күп ҡырлы, эшлекле, яуаплы хеҙмәткәр итеп күрһәткәне өсөн БАССР-ҙың юғары етәкселеге тарафынан БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы исеме бирелә.
2014 йылда билдәле режиссер БР-ның атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре исеменә лайыҡ.
С.М. Итбаев бөгөн дә БР мәҙәни донъяһының оло ихтирамға лайыҡ шәхестәренең береһе, сәнғәт өлкәһен һайлаған йәштәр өсөн бөтә яҡлап та ҙур өлгө һәм алыштырғыһыҙ тәжрибә сығанағы.
Уның шәхесе һәм ижад юлы менән яҡынданыраҡ танышырға теләгәндәр иһә, 30 сентябрҙә Х. Әхмәтов исемендәге БДФ-да үтәсәк юбилей кисәһенә саҡырыла.
Кисә филармонияның ҙур залында, 19.00 башлана.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Благотворительный фонд «Мирас» подвел творческие итоги 2016 года
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Яңылыҡтар
Өфөлә Яныбай Хамматовҡа арналған почта конвертын тәҡдим итәләр
Йома, 07 февраль 2025
|
Тулыраҡ >
Ҡурайсы Рушан Биктимеров "алтын" юбилейын сәхнәлә ҡаршылай
Дүшәмбе, 03 февраль 2025
|
Тулыраҡ >
Профессор Ғабдулла Ғиләжевтең хәтер кисәһе тыуған ауылында уҙҙы
Шәмбе, 01 февраль 2025
|
Тулыраҡ >
Главное меню
Афиша
Яңылыҡтар
Медиа
Шәхестәр
Редакция
Каталог
Кино
Музейҙар
Музыка
Театрҙар
Китапхана
Мәғәриф
Хореография
Рәсем
Халыҡ ижады
Башҡортостан йөҙө